САРМАНАЙ
+11 °С
Облачно
Төрлөһөнән
10 Марта 2022, 14:50

Яҙғы ташҡын осорона әҙерлек тикшерелде

Март айының уртаһы ла етеп килә. Табиғәт ҡышҡы йоҡонан уянған яҙ айҙарында йылға-инештәр ҙә боҙ “тундары”нан арына башлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҙғы ташҡын осорона әҙерлек тикшерелдеЯҙғы ташҡын осорона әҙерлек тикшерелде
Яҙғы ташҡын осорона әҙерлек тикшерелде

Табиғәт ҡышҡы йоҡонан уянған яҙ айҙарында йылға-инештәр ҙә боҙ “тундары”нан арына башлай. Яҙғы ташҡын бәлә-ҡаҙа килтермәһен өсөн төбәктә уға әҙерлек алдан уҡ башлана. Бөгөн Саҡмағошта Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе киҫәтеү һәм уларҙың һөҙөмтәләрен юҡ итеүҙең берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль подсистемаһы көстәре һәм сараларының әҙерлеген тикшереү смотры үтте. Унда яҙгы ташҡын ваҡытында районда килеп тыуырға мөмкин булған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе киҫәтеүгә йәлеп ителәсәк техника торошо тикшерелде. Смотрҙа райондың 9 ойошмаһы төрлө махсус техника өлгөләрен килтерҙе. Уларҙы ҡарау-тикшереү һәм белгестәр менән һөйләшеү йомғаҡтары буйынса махсус хеҙмәттәр тарафынан әҙерлек тейешле дәрәжәлә тип билдәләнде. Бөтә төр техника һәм махсус транспортҡа идара итәсәк белгестәр яҙғы ташҡын алып килергә мөмкин булған ғәҙәттән тыш хәлдәр шарттарында үҙ хеҙмәттәрен юғары дәрәжәлә башҡарырға әҙер.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас