САРМАНАЙ
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Ғинуар 2022, 11:50

Байрам йолаһын үтәнеләр

18 ғинуарҙан ҡаршы төндә һәм 19 ғинуарҙа православие динен тотыусы христиандар иң боронғо сиркәү байрамдарының берсе – Хас маныу байрамын билдәләй. Уның икенсе исеме — «Аллаһының күренеүе» ( Богоявление) тип атала.

Байрам йолаһын үтәнеләр
Байрам йолаһын үтәнеләр
  • 18 ғинуарҙа киске сәғәт туғыҙҙа Саҡмағош районының Йомаш ауылындағы Христос Раштыуаһы Храмында байрам литургияһы үтте. Ул тамамланғас, храмда һыуҙы Бөйөк иҙгеләндереү йолаһы үтәлде.
    Традиция буйынса, был көндө хас ҡойоноу – Рәсәйҙә быуаттар дауамында йәшәп килгән халыҡ ғөреф-ғәҙәте лә башҡарылды. Ул асыҡ һыулыҡта, боҙо хас рәүешендә киҫеп әҙерләнгән бәкелә үткәрелә. Бәкегә сумыу – Хас маныу байрамының айырылғыһыҙ өлөшө. Был йоланы башҡарыу ғөнаһтарҙан ҡотолорға ярҙам итә тип иҫәпләнә. Ысынбарлыҡта ул йола сиркәү ҡануны менән урынлаштырылған традиция түгел, ә халыҡ йолаһы һәм дин тотоусылар уны үҙ теләге һәм ихтыяры менән башҡара.
    Байрам төнөндә һалҡын бәкегә сумарға теләк белдереүселәр һаны йылдан-йыл арта. Ҡойоноу урынында кешеләр хәүефһеҙлеген тәьмин итү маҡсатында бында МЧС, полиция, медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаларының кизеү тороуы ойошторолдо, кейем алыштырыу өсөн будка ҡуйылды. Ҡойоноп сығыусылар ҡайнар сәй эсеп тә йылына алды. Сарала ике йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты, илле биштән артығы бәкелә ҡойондо. Сараны үткәреү ваҡытында бөтә хәүефһеҙлек һәм коронавирус инфекцияһы таралуыға ҡаршы санитар-гигиена талаптары катгый үтәлде.
    Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
    Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Йомаш ауылы моделле китапхаһының “Бәйләнештә” селтәрендәге сайты.
Автор:
Читайте нас: