САРМАНАЙ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Ғинуар 2022, 13:25

Эштәр көйлө барғас, байрамды ҡаршы алыу ҙа күңелле

Саҡмағош районының “Герой” ауыл хужалығы кооперативы идараһы һәм хужалыҡ ағзалары Яңы 2022 йылды юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары һәм киләһе йылдың шундай уңышлы булырына ҙур өмөттәр һәм ышаныс менән ҡаршы алды.

Эштәр көйлө барғас, байрамды ҡаршы алыу ҙа күңелле
Эштәр көйлө барғас, байрамды ҡаршы алыу ҙа күңелле

Саҡмағош районының “Герой” ауыл хужалығы кооперативы идараһы һәм хужалыҡ ағзалары Яңы 2022 йылды юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары һәм киләһе йылдың шундай уңышлы булырына ҙур өмөттәр һәм ышаныс менән ҡаршы алды. Ил һәм республика иҡтисады өсөн, шул иҫәптән ауыл хужалығы тармағы өсөн дә, бик еңелдән булмаған 2021 йылда беҙҙең кооперативта байтаҡ күләмле эштәр башҡарылды, хужалыҡ иҡтисады тотороҡлы булыуы матди-техник базаны нығытырға, төҙөлөштәр алып барырға, яңы малсылыҡ объекттарын файҙаланыуға тапшырырға мөмкинлек бирде. 2021 йылда кооперативта 1200 баш малға иҫәпләнгән быҙауҙар торлағы – телятник төҙөлөп, ғәмәлдә ҡулланыла башланы. Йәш малдарҙы аҫырау өсөн 600 башҡа иҫәпләнгән ферма бинаһы төҙөлдө. Улай ғына ла түгел, йәнә ике мал торлағы корпусы күтәрелә. Уларның һәр ҡайһында 600әр баш эре мал аҫырарға планлаштырыла. Һимертеүҙә булған быҙауҙарҙың һәр ҡайһынан 870 грамм көндәлек артым алыуға ирешелде. Малдарҙы туҡландырыу тейешле дәрәжәлә ойошторола, улар махсус төҙөлгән рацион буйынса ашатыла. Мал аҙығының бөтә төре етерлек күләмдә тупланды. 2 силос баҙы төҙөлөү дә быға булышлыҡ итте. Малдарҙы аҫырау һәм туҡландырыу фәнни нигеҙҙә, алдынғы технологиялар буйынса башҡарылыу яҡшы Һөҙөмтәләргә ирешергә, продукция етештереүҙе арттырырға мөмкинлектәрҙе киңәйтә. Ел әйләнәһенә хужалыҡ кассаһына табыш килтереүсе  малсылыҡ тармағын үҫтереүгә иғтибар ҙур. Беҙгә ошо йүнәлештә башҡарылғандар буйынса тәжрибә уртаҡлашырға ла йыш киләләр. Хужалыҡҡа Түбәнге Новгород ҡалаһындагы “Генетика” һөт компанияһы вәкилдәре даими киләләр, быҙау ҡараусылар, яһалма орлоҡландырыу техниклары ҡатнашлығында семинарҙар үткәрәләр, малсылыҡ тармағы яңылыҡтары менән таныштыралар.

Автор:Рәфис БӘҘРЕТДИНОВ, “Герой”кооперативының профсоюз ойошмаһы рәйесе.
Читайте нас: