САРМАНАЙ
-2 °С
Ясно
Төрлөһөнән
12 Декабря 2021, 13:41

COVID-19ға ҡаршы вакциналаныу: миф һәм ысынбарлыҡ

Вакциналар ярҙамындә ауырыуҙарҙы профилактикалау – медицина фәненең йәмәғәтселек сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыуға индергән иң ҙур һәм мөһим өлөшө, тип әйтергә мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
COVID-19ға ҡаршы вакциналаныу: миф һәм ысынбарлыҡCOVID-19ға ҡаршы вакциналаныу: миф һәм ысынбарлыҡ
COVID-19ға ҡаршы вакциналаныу: миф һәм ысынбарлыҡ

Вакциналар ярҙамындә ауырыуҙарҙы профилактикалау – медицина фәненең йәмәғәтселек сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыуға индергән иң ҙур һәм мөһим өлөшө, тип әйтергә мөмкин. Һуңғы ике йылда донъяны яулап алған COVID-19 инфекцияһынан специфик дауалау алгоритмы әлегә ҡәҙәр юҡ, ә пандемия осоронда дауалау протоколдары бер нисә тапҡыр үҙгәрҙе. Шуға ла вакциналаныу — пандемияны мөмкин ҡәҙәр әҙрәк юғалтыуҙар менән үткәреүҙең берҙән-бер юлы. Вакциналаныуға ҡаршы булыусылар коронавирусҡа ҡаршы прививканың кеше организмына йоғонтоһона ҡағылышлы бөтөнләй аҡылға һыймаҫлыҡ теориялар килтерәләр. Шундайҙарҙың береһе – “Вакциналанғандан һуң иммунитет түбәнәйә. Прививка эшләткәндән һуң ковид ҡына түгел, башҡа төрлө респиратор инфекциялар тағы ла тиҙрәк йоғарға мөмкин”, – тигәне. Ысынбарлыҡта: Вакцина организмдың иммун яуабына бер ниндәй дә йоғонты яһамай. Ә прививка менән индерелгән антиген – организмға инеүсе йөҙләгән антигендарҙың береһе. Беҙ һулаған һауала, беҙ тотонған предметтарҙа – меңләгән бактериялар һәм вирустар “йәшәй”, иммунитет улар менән һәр секунд һайын көрәшә. Сираттағы вакцина ярҙамында йоғонто яһап, иммун системаны кәрәгенән артыҡ эшкә “егеп” йәки арттырып тултырып булмай. Вакцинация күҙәнәктәр хәтере өсөн кәрәк – был осраҡта улар вирус менән осрашҡанда уны “таныш дошман” тип күреп, шунда уҡ уға ҡаршы көрәшкә күтәрелә.

Автор:Сайтка Рәзилә Арсланова әзерләде.
Читайте нас