+10 °С
Дождь


Сәйетҡул ауыл клубында "Сәскәләр-тәбиғәт йылмайыуы"тип исемләнгән байрам уҙҙы. Сарала сәскәләр, баҡсала үҫкән йәшелсәләрҙән, бешерелгән ҡамыр ризыҡтарынан күргәҙмә ойошторолған ине. Үҙешсән сәнғәт оҫталары тамашасыларҙы үҙҙәренең матур концерт номерҙары менән шатландырҙы, шулай уҡ конкурстар һәм күңел асыу уйындары ойошторолдо, унда тамашасылар бик теләп ҡатнашты. Сараны Сәйетҡул ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы Рәзилә Зиннәтуллина әҙерләне һәм үткәрҙе.