

Юғары технологиялар һәм транспорт хәрәкәте ҙур үҫеш алған заманда йәшәйбеҙ. Әммә кешеләр тормошын яҡшыртыу һәм еңеләйтеү өсөн ҡулланылған һәм беҙ инде күптән күнеккән транспорт сараларынан файҙаланыу ҡағиҙәләрен һанға һуҡмағанда улар сәләмәтлеккә зыян килтереүсе, хатта ғүмерләрҙе өҙөүсе хәүеф сығанағы ла булып тора. Төрлө урындарҙа, төрлө юлдарҙа юл-транспорт ваҡиғалары булғанлыгы тураһында көн һайын ишетеп торабыҙ. Уларҙа балалар ҙыян күреүе, уларҙың сәләмәтлегенә зарар килеүе һәм иң фажиғалеһе – ғүмерҙәре өҙөлөүе дә көн яңылыҡиары лентаһында сағылуы һәр ваҡыт шомландыра, уйланырға мәжбүр итә. Белеүебезсә, бәлә килгәнсе уны киҫәтү мең мәртәбә яҡшыраҡ. Ысын мәғнәһендә меңләгән кешенең ғүмере иҫәбенә тупланған тәжрибә, “ҡан менән яҙылған” юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү бик күп фажиғәләрҙән ҡотҡарып, һаҡлап ҡалырга мөмкин. Балаларға уларҙы кескәй йәштән үк өйрәтеү айырыуса мөһим. Саҡмағош гимназияһы педагогтары был йәһәттән даими эшсәнлек алып бара, бында йыш ҡына юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса төрлө тәрбияүи саралар үтә. Күптән түгел уларҙың сираттағыһы – яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар йөрөтеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алған, балаларға был хаҡта аныҡлап аңлатыуға арналғаны үтте.
Тәбиғәттә миҙгелләр үҙгәреп, көн яҡтыһы ҡыҫҡарған, ҡараңғылыҡ тәүлектең күбрәк ваҡытына хакимлек итеүҙе “үҙ ҡулына” алған ҡышҡы йыл фасылына аяҡ баҫтыҡ. Бындай ваҡытта яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар булған кейемдәрҙән йөрөү йәки алыҫтан уҡ ялтырап торған шундай элементтарҙы йөрөтөү мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк булып тора. Был, әлбиттә, тәү сиратта балалар өсөн мөһим. Сөнки йәйәүлеләр – юл хәрәкәтендә ҡатнашусыларҙың иң яҡланмаған, йыш ҡына хәүефкә дусар булыусы категорияһы һәм уларҙың кейемендә яҡтылыҡ ҡайтарыу элементтары булуы айырыуса мөһим. Был элементтар – фликерҙар – беләҙек, брелок кеүек аксессуарҙар рәүешендә лә, рюкзактарға, сумкаларға, кейемдәргә, аяҡ кейемдәренә яҡтылыҡ ҡайтарыусы ҡулса рәүешендә беркетелгән булырға тейеш. Ошо осраҡта машина руле артындағы водитель ҡараңғы ваҡытта йәйәүләп китеп барыусыны яҡынса 150 метр алыҫлыҡтан ук күрә ала һәм, әлбиттә, фажиғәне булдырмау сараһын күреп өлгөрә.
Педагогтар ата-әсәләргә лә мөрәжәғәт итеп, уларҙы балаларының хәүефһеҙлеген тәьмин итергә, мотлаҡ рәүештә яҡтылыҡ элементтары булған кейем яки аксессуарҙар булдырырға саҡыра.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Саҡмағош гимназияһының инстаграм селтәрендәге сәхифәһе.