Бында өр-яңы фельдшер акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асып, тәүге пациенттарҙы ҡабул итә башланы. Модулле пункт бинаһы “Һаулыҡ һаҡлау” дөйөм дәүләт программаһы сиктәрендәге “Медицина ярҙамы күрһәтеүҙең беренсел звеноһын модернизациялау” программаһы нигеҙендә күтәрелде. Бында ошо ауылда йәшәүсе кешеләргә тәүге медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү өсөн шарттар булдырылған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктына бөтә тейешле медицина йыһазҙары ҡайтарылып урынлаштырылған, ул инструменттар, мебель менән тәьмин ителгән. Улар бөтәһе лә кешеләргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә булышлыҡ итә. Яңы бинала фельдшер, беренсел ҡарау-тикшереү, прививкалар һалыу, процедуралар кабинеттары эшләясәк. Хеҙмәткәрҙәр өсөн өс кейеме алмаштырыу бүлмәһе, санузел һәм техник бүлмә йыһазланған. Һыу үткәрелгән, йылы һыу ҙа бар, канализация системаһын эшләнгән. Пунктта пациенттарҙы фельдшер Гөлнара Фәрит ҡыҙы Сабғыянова ҡабул итеп, беренсе медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне. Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: райондың баш табибы А.Ф.Латипованың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге шәхси сәхифәһе.