САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡала-ауылдарҙы йәмләү өсөн

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы 25 апрелгә планлаштырыла

Ағымдағы йылда “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһын 25 апрелдә үткәреү планлаштырыла. Уның сиктәрендә төбәктең 670 торлаҡ пунктында 85 мең бейек булып үҫә торған ағас һәм 48 мең ҡыуаҡ утыртылыр, тип фараҙлана.
Әгәр был ваҡытҡа эпидемиологик хәл яҡшырһа, акцияла 150 меңнән артыҡ кеше ҡатнашыр, тип көтелә. Хәл тотороҡланмаһа, йәшел үҫентеләрҙе утыртыу эштәрен коммуналь хужалыҡ тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм волонтерҙар башҡара.
1,5-2 метр бейеклеккә артылыусы һәм тамыр системаһы формалашҡан ағастарҙы утыртыу – йәшел зоналарҙы тиҙ арала булдырыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы. Был эре ҡалалар өсөн айырыуса көнүҙәк мәсьәлә. Ябай үҫентеләрҙән айырмалы, был ағастарҙың күбеһе – 80-95% самаһы тиҙ алынып китә. Улар тамырлар формалашҡан тупраҡ менән бергә күсерелеп утыртыла һәм был үҙ сиратында йәш ағасҡа ҡысҡа ваҡыт эсендә яңы урынды үҙләштерергә һәм үҫә башларға ярҙам итә.
Был ағастарҙы махсус питомниктарҙан күсереп ултырталар. Мисалға, Өфө урамдарын йәшелләндереү өсөн үҫентеләрҙе нигеҙҙә Кушнаренко районында урынлашҡан “Горзеленхоз” питомнигынан алалар.
Читайте нас: