Ул Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап, ординатура үтеп, эндоскопсы һөнәрен үҙләштергән.
–Бәләкәйҙән тормошомдо медицина менән бәйләргә, кешеләрҙе дауаларға хыялландым. Шуға күрә алдымда кем булырға тигән һорау тыуманы. Юғары уҡыу йортона уҡырға инеү өсөн бик тырышып әҙерләндем, университетта яратып, ҡыҙыҡһынып уҡыным һәм бына хәҙер үҙем дә – дипломлы табип.
Эндоскопия – алтын урталыҡ, даими үҫештә, яңы методикалары тыуып тора. Һөнәремде һайлау тураһындағы һорауға һәр ваҡыт: «Кешеләргә ярҙам итер өсөн», – тип яуап бирәм. Бала сағымда йыш сирләп, күп ваҡытымды дауаханала үткәрә инем. Нәҡ шунда кешеләрҙең ярҙамға мохтаж булыуҙарын һәм һауыҡҡас, эскерһеҙ һөйөнөүҙәрен күрҙем. Илемде, республикамды, районыбыҙҙы һәм, әлбиттә, яҡындарымды һауыҡтыраһым, сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлап дауалайһым килә, – тип һөйләне Вадим Заһит улы.
Йәш белгес дауаханала яңы ғына эшләй башлаһа ла, хеҙмәттәштәре һәм ауырыуҙар уның белемле, иғтибарлы, әҙәпле, рәхимле һәм оҫта белгес икәнлеген билдәләп үтәләр. Хәйер, ысын табип тап шундай булырға тейеш тә.
В. Камалетдинов Кушнаренко ауылында тыуып үҫкән, гимназия тамамлаған, мәктәп тормошонда актив ҡатнашҡан. Ваҡытында баскетбол буйынса район командаһы составында уйнаған.
Өмөтлө табип үҙен яратҡан һөнәренә бағышлар, тип ышанабыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.
Фото ғаилә архивынан.