САРМАНАЙ
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Октябрь 2022, 09:50

Радий Хәбиров: “Минең өсөн был диалог бик мөһим”

27 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә йәшәүселәрҙе борсоған һорауҙарға тура эфирда яуап бирҙе. “Беҙҙең идара итеү командаһы көн һайын республикала йәшәүселәрҙең йөҙләгән һорауына яуап бирә. Мин ошо һорауҙарҙың күпмелер өлөшөнә шәхсән үҙем яуап бирер өсөн йылына бер тапкыр тура линия үткәрәм. Минең өсөн был диалог, ысынан да, мөһим. Кешеләр менән аралашыу – төрле дәрәжәләге чиновниктар эшсәнлегенең нигеҙе тип исәпләйем. Бындай формат бөтә һорауҙарҙы комплекслы ҡарарга-тикшерергә мөмкинлек аса, ә был, үҙ сиратында, беҙгә системалы эшмәкәрлек алып барырга ярҙам итә”, – тип яҙа был хаҡта төбәк Башлығы үҙ социаль селтәрендәге сәхифәлә. Был аралашыуҙы республиканың телевидение һәм радиоканаллары трансляцияләне.

Радий Хәбиров: “Минең өсөн был диалог бик мөһим”
Радий Хәбиров: “Минең өсөн был диалог бик мөһим”


Халыҡ менән аралашыу башланыу менән үк республика етәксеһе был әңгәмәлә бер ниндәй дә тыйыу-табулар булмаясағын аҫһыҙыҡланы. “Мин кешеләрҙе борсоған бөтә һорауҙарҙа яуап бирергә тырышам, бер ниндәй дә табу юҡ”, – тине ул.
“Тура линия” барышында иң беренсе һорау уның сәләмәтлеге тураһында булды. Билдәле булыуынса, Радий Фәрит улы күптән түгел операция кисерҙе. “Сәләмәтлегем яхшы. Кәйефем эшлекле. Кисергән операция минең эшемә комасаулыҡ итмәй”, – тине ул.
Артабанғы һорау яңы башҡорт батальондары тураһында булды. Төбәк етәксеһе улар Росгвардия составына инә, сөнки улар нигеҙҙә СОБР һәм ОМОН ветерандарынан төҙөлгән, – тине. “Башҡортостанда йәшәүселәр үҙ ирке менән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Был – башҡорт халҡының холоҡ-фиғыле лә, уның менталитеты да. Был гендар буйынса күсә. Башҡортостандар илгә ауыр саҡта һәр саҡ Ватан менән бергә булдылар”, – тине Р.Ф.Хәбиров.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: