САРМАНАЙ
+18 °С
Облачно
Төрлөһөнән
28 Октября 2022, 04:45

Беренсел медицина ярҙамын дөрөҫ итеп күрһәтә белеү мөһим

Граждандар оборонаһы айлығы сиктәрендә Саҡмағош районының Ғаилә хеҙмәтендә унда эшләүсе белгестәр менән ҡаҙа күреүселәргә беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса күнекмәләр үткәрелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беренсел медицина ярҙамын дөрөҫ итеп күрһәтә белеү мөһимБеренсел медицина ярҙамын дөрөҫ итеп күрһәтә белеү мөһим
Беренсел медицина ярҙамын дөрөҫ итеп күрһәтә белеү мөһим

Сара барышында үҙәк район дауаханаһының Ашығыс ярҙам хеҙмәте фельдшеры Раушания Ғайнанова тән пешкәндә, йәрәхәттәр алғанда табиб килеп еткәнсегә ҡәҙәр беренсе медицина ярҙамын дөрөҫ итеп күрһәтеү, пульсты үлсәү, яранан ҡан ағыуҙы туҡтатыу тураһында аныҡлап һөйләп аңлатты. Сара барышында шулай уҡ 103, 112 телефон номерҙары буйынса йортҡа Ашығыс ярҙам саҡырыу ҡағиҙәләре лә иҫкә төшөрөлдө.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас