САРМАНАЙ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Октябрь 2022, 14:55

Иҫән ҡайтығыҙ, һалдаттар!

«Һалдатҡа хат» тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһы барышында илебеҙ уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙгә хат яҙалар.

Иҫән ҡайтығыҙ, һалдаттар!
Иҫән ҡайтығыҙ, һалдаттар!

 

Был акцияға беҙҙең райондың барлыҡ белем биреү учреждениелары ла ҡушылды. Теләгән һәр кем хат ебәрә ала. Мәҫәлән, район мәҙәниәт йортоноң Гөлназ Ханнанова етәкләгән «Соловушки» рус йыры халыҡ ансамбле бер юлы ике – «Һолдатҡа посылка» һәм «Һолдатҡа хат» акцияһында ҡатнашты.

Коллектив ағзалары патриотик йырҙар йырлай-йырлай, һалдаттар өсөн йылы әйберҙәр бәйләнеләр. Ә үҙ хаттарында хәрби бурысын үтәүселәргә, күңел йылыһын ҡушып, изге теләктәрен юлланылар, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләнеләр. Ошо көндәрҙә һалдаттарға посылкалар ҙа ебәрелде.

Яҡташтарыбыҙ алған хаттар һәм йылы кейемдәр уларҙың тәндәрен генә түгел, күңелдәрен дә йылытһын, рухтарын күтәрһен һәм көс өҫтәһен!

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: