САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Июнь 2022, 12:15

Юғары нәтижәләргә ирешерҙәр тип өмөтләнәбеҙ

Берҙәм дәүләт имтихандары – һәр сығарылыш синыф уҡыусыһы өсөн үтә лә яуаплы һынау. Ул уҡыусыларға ғына түгел, ата-әсәләргә лә һәм әлбиттә инде, уҡытыусыларға ла яуаплылыҡ өҫтәй. Шуға ла беҙҙең Саҡмағош беренсе урта мәктәбе уҡытыусылары һәр йылда сығарылыш синыф уҡыусыларын был имтихандарға ныҡлап әҙерләргә ынтыла. Әлбиттә, быйылғы йыл да ошо канундан иҫкәрмә булманы.

Юғары нәтижәләргә ирешерҙәр тип өмөтләнәбеҙ
Юғары нәтижәләргә ирешерҙәр тип өмөтләнәбеҙ


Ун беренсе синыфты тамамлаусы егеттәр һәм ҡыҙҙарыбыҙ рус теле, профилле математика, әҙәбиәт, физика, химия, биология, география, тарих, йәмғиәт белеме, сит телдәр һәм информатика фәндәре буйынса Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырҙы. Был һынауҙарҙы уңышлы үтеү өсөн әҙерлек уҡыу йылы башланғас уҡ алып барылды. Уҡыусылар үҙҙәре имтихан тапшыраһы фәндәрҙе билдәләгәнән һуң әҙерлек консультациялары исемлеге төҙөлдө. Уға ярышлы, уҡытыусылар һәр предмет буйынса уҡыусылар менән айырым шөғөлләнделәр. Шуға ла уларҙың уртаҡ тырышлығы һөҙөмтәле булыр һәм егеттәребеҙ-ҡыҙҙарыбыҙ дәүләт һынауҙарында юғары билдәләр алыуға ирешеп, үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарында белем алыуҙарын дауам итәрҙәр тип ныҡлы ышанабыҙ.

Автор:Вероника Дәүләтова, Саҡмағош беренсе урта мәктәбе директоры урынбаҫары.
Читайте нас: