САРМАНАЙ
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Февраль 2022, 09:00

Донъялар имен, илдәребеҙ тыныс булһын

Февраль – Рәсәйҙең хәрби Дан айы

Донъялар имен, илдәребеҙ тыныс булһын
Донъялар имен, илдәребеҙ тыныс булһын

Тап ошо – ҡыштың ахырғы айында илебеҙҙең хәрби даны менән бәйле иҫтәлекле көндәр һәм байрамдар айырыуса күп билдәләнә. Бөйөк Ватан һәм Беренсе, Икенсе Бөтә донъя һуғыштары Рәсәй һәм донъя тарихында мөһим ваҡиғалар булып тора. Илебеҙ халҡы фашистар Германияһын Еңеүҙе яҡынлаштырыу өсөн. Икенсе Бөтә донъя һуғышының бөтә михнәттәрен һәм ғаҙаптарын күтәрҙе. Ватанды һаҡлаусыларҙың тыуған еребеҙҙе яратыуы һәм хәрби оҫталығы, рух ныҡлығы һәм сыҙамлығы, төрлө милләт вәкилдәре араһындағы дуҫлыҡ һәм берҙәмлек хистәре яу ҡырындағы һынауҙар- ҙа сыныҡты. Тарих күрһәтеүенсә, Ватанды яҡлау өсөн алышырға кәрәк-кәндә, хәрби алыштарҙа ватандаштарыбыҙ һәр саҡ алғы һыҙыҡта булды, һәм был яулап алыуға ынтылыуҙан түгел. Илебеҙҙең тарихы күктәрҙә шулай яҙылған инде – ватандаштарыбыҙға һәр ваҡыт үз бойондороҡһоҙлоғон яҡларға тура килгән. Шуға ла тиңдәшһеҙ рух ныҡлығы һәм ҡаһарманлыҡ — бөтә замандарҙа ла Рәсәй хәрбиҙәренең быуындан буынға күсеп килгән үҙенсәлекле, уларҙы башҡаларҙан айырып торған сифаты. Йылдар үтеп, һуғыштар үткән- дәрҙә ҡалһалар ҙа, ул дәһшәтле көндәр шаңдауы әле булһа онотолмай, күңелдәрҙә йәшәй. Эйе, электән үк Ватанды һаклаусы иң хөрмәтле һәм изге һөнәр эйәһе булған. Ватанға хеҙмәт итеү – ул халыҡтың тыныс тормошон һаҡлау, үҙ илеңдең намыҫын һаҡлау. Беҙ ҙә ҡуркыу белмәҫ бөтә ир-егеттәрҙе байрам менән тәбрик итәбеҙ. Бары тик уңышларҙан ғына торған ғүмер йылдары теләйбеҙ. Илебеҙ ҡыйыу, ышаныслы һаҡсылары менән сикһеҙ ғорурлана.

Автор:
Читайте нас: