САРМАНАЙ
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Февраль 2022, 16:00

Сәсеүгә әҙерлек бара

Ленин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооператив-колхозы ­­­– Саҡмағош районында тотороҡло хужалыҡтарҙың береһе. Бында яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек буйынса район күләмендә семинар үткәрергә әҙерләнеүҙәре осраҡлы түгел, сөнки ярайһы уҡ ҡеүәтле техника паркы һәм булдыҡлы механизаторҙары данлы улар.

Сәсеүгә әҙерлек бара
Сәсеүгә әҙерлек бара

Машина-трактор паркында уңған механизаторҙар менән Ирек Ваһапов, Альберт Явишев, Фирғәт Кадраев, иретеп йәбештереүсе Илмир Хөрмәтуллин һәм башҡалар бөгөн бөтә тырышлығын булған техниканы, тырматыу, культивациялау, кәтүкләү, сәсеү агрегаттарын сифатлы итеп аяҡҡа баҫтырып, әҙерлек һыҙығына ҡуйып бөтөрөү өсөн көс һалалар.

Автор:Фанис Амирханов
Читайте нас: