САРМАНАЙ
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Ғинуар 2022, 14:25

Иҫке Яңы йыл менән, дуҫтар!

13 ғинуарҙан 14нә ҡаршы төндә Рәсәй халҡы йыл буйына көтеп алынған байрамды икенсе тапҡыр – Иҫке Яңы йыл булараҡ билдәләй. Уның килеп сығу тарихы шаҡтай үҙенсәлекле.

Иҫке Яңы йыл менән, дуҫтар!
Иҫке Яңы йыл менән, дуҫтар!

13 ғинуарҙан 14нә ҡаршы төндә Рәсәй халҡы йыл буйына көтеп алынған байрамды икенсе тапҡыр – Иҫке Яңы йыл булараҡ билдәләй. Уның килеп сығу тарихы шаҡтай үҙенсәлекле.
XV быуат ахырына ҡәҙәр славян халыҡтары ла, төркиҙәр ҙә йыл башын 22 мартта – төн менән көн тигеҙләшкән ваҡытта билдәләгән. Сиркәү канундары нигеҙендә 1492 йылдан башлап христиандар Яңы йылды 1 сентябрҙә байрам итә башлай, ә башка дин тотоусолар иһә быға буйһонмай. 1699 йылдың 15нсе декабрендә Петр I ҡабул иткән указ нигеҙендә Рәсәй халҡы Юлиан календарына күсерелә. Яңы йылды ла декабрь ахыры – ғинуар башында ҡаршылай башлайҙар.
Октябрь революцияһынан һуң большевиктар Европа һәм Рәсәй календарларын тәңгәлләштереү өсөн илде Григориан календарына күсерә. Һөҙөмтәлә ваҡыт иҫәбе 13 көнгә “алға китә”. Шулай итеп, Яңы йыл көнө яңы стиль менән 14 ғинуарға күсә. Ул рәсми рәүештә байрам ителмәһә лә, халыҡ уны, Иҫке Яңы йыл тип атап, ике тапҡыр – беренсе һәм ун өсөнсө ғинуарҙа билдәләй башлай.
Еребеҙгә аяҡ баҫкан Яңы 2002 йыл ҡотло булһын! Дәүләтебеҙгә тыныслыҡ һәм именлек, уңыштар, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр, шатлыҡтар ғына алып килһен ул!

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: