САРМАНАЙ
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Декабрь 2021, 15:25

Яңы йылды ҡаршылап

Йыл дауамында көтөп алған моғжизалы байрам – Яңы йыл үҙе тураһында онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдыра.

Яңы йылды ҡаршылап
Яңы йылды ҡаршылап

Йыл дауамында көтөп алған моғжизалы байрам – Яңы йыл үҙе тураһында онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдыра. Оҙаҡламай тарих китабының өр-яңы битен асып, Ер йөҙөнә 2022 йыл аяҡ баса. Районыбыҙҙың Түбәнге Ҡаръяуҙы ауылында байрамды күңелле итеп ҡаршылайҙар.
“Күптән түгел ауылда йәшәүселәр өсөн “Һаумы, Яңы йыл” тип исемләнгән байрам тамашаһы үткәрелде. Ул хаҡлы ялдағы яҡташыбыҙ Нәсимә Даутова тәҡдиме менән ойошторолдо. Ул бар эшкә дә бик оҫта, күңеле ижадҡа тартылган кеше: матур итеп рәсемдәр дә төшерә, ҡар-боҙҙан үҙенсәлекле һындар да яһай, изгелекле, асыҡ йөҙлө хужабикә лә. Күршеләре менән дә бик матур, татыу йәшәй. Байрамды ҡаршылап, бергәләп, күмәк көс менән үҙ урамнарында әкиәт ҡаласығы ла төҙөне улар. Урамға ғына түгел, бөтә ауылға йәм биреп торған был ҡаласыҡта Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу да, үтеп барған йыл эстафетаһын быйылғыһына – Юлбарыҫҡа тапшырыусы Үгеҙ дә “йәшәй”. Әлбиттә, ҡаласыҡтың түрендә яңы йылдың горур хужаһы урын алған. Ә иң үҙәктә ҡунаҡсыллыҡ билдәһе – мул табынлы өҫтәл урынлаштырылған.
Был көндө тамаша-байрамға йыйылыусы ауылдаштар рәхәтләнеп күңел астылар: йырланылар, бейенеләр, шаярҙылар, төрлө конкурс-эстафеталарҙа бик теләп ҡатнаштылар, балалар тауҙан шыуып кинәнделәр. Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу байрамда ҡатнашыусыларға тәм-том һәм бүләктәрҙе йомарт өләште”, – тип хәбәр итте был хаҡта Яңы Ҡаръяуҙы ауылы клубы мөдире Римма Ғайнанова.

Мәғлумат һәм фото Яңы Ҡаръяуҙы авылы клубы сайтыннан.

Яңы йылды ҡаршылап
Яңы йылды ҡаршылап
Яңы йылды ҡаршылап
Яңы йылды ҡаршылап
Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: