САРМАНАЙ
+20 °С
Облачно
Спорт
15 Сентября , 10:43

Һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡ

Күптән түгел Дүртөйлө ҡалаһында шоссе юлда велосипед спорты буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге үтте. Ете,  ун дүрт һәм егерме һигеҙ километр араларға уҙышыуҙа Өфө, Ишембай, Дүртөйлө, Кушнаренко һәм Саҡмағош райондары спортсылары ҡатнашты.

Һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡҺөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡ
Һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡ

 

Көсөргщнешле ярыштың йомғаҡтары Буйынса балалар спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре бик яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Глеб Кожевников һәм Анастасия Захарова үҙ ауырлыҡ категорияһында алтын миҙал яуланылар. Азалия Мосабирова – көмөш, Аделия Захарова һәм София Соколова бронза миҙалдарға  эйә булдылар.

Спорсыларыбыҙҙы һәм уларҙың тренеры Айҙар Сәйетовты лайыҡлы сығыштары менән тәбрикләйбеҙ һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

 

Автор:Беҙҙең хәбәрсебеҙ.
Читайте нас