САРМАНАЙ
+18 °С
Облачно
Спорт
15 Сентября , 04:00

Башҡортостан Башлығы республика буйынса 10 яңы спорт майҙансығы эшенә старт

14 сентябрҙә оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр райондарында, Күмертау, Сибай һәм Октябрьский ҡалаларында – «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» (ГТО) Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын тапшырыуға әҙерлек өсөн ете яңы майҙансыҡҡа, шулай Сибайҙа, Бәләбәйҙә һәм Өфө районында өс «аҡыллы» спорт майҙансығы эшенә старт бирҙе

Башҡортостан Башлығы республика буйынса 10 яңы спорт майҙансығы эшенә стартБашҡортостан Башлығы республика буйынса 10 яңы спорт майҙансығы эшенә старт
Башҡортостан Башлығы республика буйынса 10 яңы спорт майҙансығы эшенә старт

Радий Хәбиров урындарҙағы халыҡты яңы объекттар асылыуы менән ҡотланы һәм республиканың ҡала һәм райондарында физик культура менән шөғөлләнеү өсөн инфраструктураның эҙмә-эҙлекле үҫтерелеүен билдәләне.

 

– Бик яҡшы ваҡиға. Хәйерле юлға! Алға! – тине Радий Хәбиров, йәш спортсыларға мөрәжәғәт итеп.

 

Муниципалитеттар башлыҡтары Башҡортостандың идара итеү командаһына республикала спорт инфраструктураһын үҫтереүгә булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– «Аҡыллы» майҙансыҡ – ул ҡеүәтле һанлы спорт объекты. Хәҙер беренсе класс уҡыусыһынан алып ветеранға тиклем һәр кем бында шөғөлләнеү, QR-кодты сканер аша үткәреп, профессиональ тренерҙарҙан шәхси видеокүрһәтмәләр алыу мөмкинлегенә эйә, – тип һөйләне Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев.

Билдәләп үтәйек: ГТО майҙансыҡтары «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы сиктәрендә асыла. Майҙансыҡтарҙа турниктар, брустар, гимнастика эскәмйәләре, көс тренажерҙары, һикереү һәм ырғытыу өсөн секторҙар булған заманса спорт комплекстары урынлашҡан.

«Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» комплексы нормативтарын тапшырыуға әҙерлек өсөн майҙансыҡтар булдырыу сиктәрендә республика 2026 йылда төбәктә «аҡыллы» спорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса эште дауам итәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.

– Башҡортостанда, республика халҡы физик культура менән шөғөлләнә алһын өсөн, бөтә шарттар ҙа булдырыла, – тине Руслан Хәбибов. – 2026 йылда 15 ГТО майҙансығы асабыҙ.

Автор:Гульназ Хафизова
Читайте нас