САРМАНАЙ
+14 °С
Облачно
Спорт
14 Сентября , 05:56

Билбаулы көрәш буйынса турнир

Ағиҙел ҡалаһында 15-17 йәшлек үҫмер егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, СССРҙың спорт мастеры Радик Хәмзә улы Уразбахтин иҫтәлегенә билбаулы көрәш буйынса төбәк-ара асыҡ турнир үтте.

Билбаулы көрәш буйынса турнирБилбаулы көрәш буйынса турнир
Билбаулы көрәш буйынса турнир

 

Радик Хәмзә улы – Ағиҙел ҡалаһы һәм бөтөн Башҡортостан спорты өсөн легендар шәхес. Ул классик көрәш буйынса СССРҙың спорт мастеры һәм милли көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, бөтөн ғүмерен спортты үҫтереүгә бағышланы. Радик Хәмзә улы 1989 йылдан алып һуңғы көнөнә ҡәҙәр Балалар спорт мәктәбендә эшләй, уға нигеҙ һалыусы һәм директоры була, бер нисә быуын спортсылар тәрбиәләй. Нәҡ ул Ағиҙелдә классик һәм билбаулы көрәшкә нигеҙ һалыусы ла. Хеҙмәттәре «Башҡортостан Республикаһынын атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» исеме һәм «Ағиҙел ҡалаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» маҡтау билдәһе менән билдәләнде. Уның исеме ҡаланың Балалар спорт мәктәбенә бирелде.

Йыл һайын үткәрелеүсе турнир төрлө төбәктәрҙән иң көслө йәш көрәшселәрҙе йыйҙы. Ярыштар юғары дәрәжәлә ойошторолдо.

Тренер-укытыусы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры Рәфис Садиҡов  етәкселегендәге Кушнаренко районы командаһының ундағы сығышы айырыуса иғтибарға лайыҡ. Рәфис Рауил улының уҡыусылары төрлө дәрәжәләге ярыштарҙа күп тапҡырҙар уңыштарға иреште.

Ҡыҙҙар араһында шәхси зачетта, юғары оҫталыҡ һәм  еңеүгә ихтыяр күрһәтеп, беренсе урынды спорт мастерлығына кандидат Илүзә Ялалова яуланы.

Спортсыларҙы һәм уларҙың остаҙын уңышлы сығыштары менән ҡотлайбыҙ! Яңы спорт  енеүҙәре һәм ҡаҙаныштар теләйбеҙ.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас