

Унда беҙҙең райондан «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының социаль координаторҙары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм әүҙем волонтерҙар ҡатнашты.– “Ер ҡото” фестивале – яугирҙәребеҙ, яҡындарыбыҙ өсөн көс алыу урыны. Бөгөн уларҙы бер урында йыйып, сараның әһәмиәтен күрһәтәбеҙ, һорауҙарға яуап бирәбеҙ, рәхмәт белдерәбеҙ. Өсөнсө йыл рәттән беҙҙең фестиваль махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йүнәлтелгән. Сараны Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнаныҡ. Фестиваль уларға Еңеүгә ирешер өсөн көс һәм ынтылыш бирер, тип ышанабыҙ, – тип билдәләне проект авторы, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. «Ер ҡото» фестивалендә тиҫ тәләгән майҙансыҡ эшләне. Үҙ ойошмаһында ҡатнашыусыларға ярҙам саралары буйынса брифинг һәм махсус хәрби операция ветерандары өсөн эшҡыуарлыҡ буйынса түңәрәк өҫтәл һәм оҫталыҡ дәрестәре үтте. Яугирҙәребеҙҙең балаларына һәм ғаиләләренә төрлө оҫталыҡ дәрестәре, уҡтан атыу, бысаҡ сөйөү, армреслинг, гер күтәреү һәм башҡа төрҙәр буйынса спорт ярыштары ойошторолдо. «Ғаилә уйындары» бик көсөр гәнешле һәм сағыу барҙы. Халыҡ дауалаусыларынала сират күп булды. –Фестивалдең ярыштар программаһына 463 ҡатнашыусы йәлеп ителде. Милли көрәштә дүрт ауырлыҡ категорияһында 38 батыр ҡатнашты. Әлшәй районынан Илмир Садиков абсолют чемпион булды. Греплинг, мас-реслинг, тупты ҡапҡаға сөйөү, мини футбол, гер күтәреү спорт, армрестлинг, уҡ атыу, бысаҡ ырғытыу буйынса үҙен һынап ҡарарға теләүселәр күп булды. 100гә яҡын кеше үҙҙәрен көслөлөктә, тиҙлектә һәм һығылмалылыҡта һынап ҡараны, ГТО нормативларын тапшырҙы, – ти майҙансыҡты ойоштороусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Ирек Зарипов. Яҡташтарыбыҙҙың уңыштары айырыуса ғорурлыҡ уята. СВО ветераны Рубен Хәсәнов уҡ атыу буйынса ярыштарҙа юғары әҙерлек күрһәтте һәм икенсе урынды яуланы. Уның теүәллеге, сыҙамлығы һәм еңеүгә ынтылышы – үҫеп килеүсе быуын өсөн лайыҡлы үрнәк. Улы махсус хәрби операция ла батырҙарса һәләк булған Эльмира Шәйәхмәтова юғары бүләккә — «Милләт әсәһе – ҡатын ҡыҙ» миҙаленә лайыҡ булды. Ул бөгөн актив волонтер һәм күп кенә файҙалы эштәрҙең әйҙәүсеһе булып тора. “Ер ҡото" фестивале йәштәрҙе патриотлыҡ рухында тәрбиәләү, быуындарҙың тарихи уртаҡлығын, аң-белемгә бай мираҫын күрһәтеү өсөн мөһим сара булып тора