Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Март , 10:10

Ейәнем менән ғорурланам

Баланың балаһы балдан татлы була, тигән халыҡ. Белмәй әйтмәгән. ейәндәреңнең уңыштарына, булғанлыҡтарына айырыуса ҡыуанаһың икән.

Ейәнем менән ғорурланам
Ейәнем менән ғорурланам

 Мин дә ейәндәрем менән ғорурланып йәшәйем. Беҙгә яҙалар Шатлығымды һеҙҙең менән дә уртаҡлашаһым килә. Аллаға шөкөр, 7 ейән-ейәнсәрем бар минең. Барыһыла яҡшы уҡыйҙар, төрлө түңәрәктәрҙә, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашалар. Әлеге яҙмам ейәнем Артем тураһында. Артем Рөстәм улы Өфө ҡалаһындағы Советтар Союзы Геройы Н.Ковшова исемендә ге155-се лицейҙың 6-сы класында тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Барыһына ла өлгөрөргә тырыша ул. Спортты үҙ итеп, «Катана» һуғышсылар клубында шөғөлләнә. Үткән йылдың ноябрендә Өфөлә «Защитник» төбәк ара көрәш фестиваль-марафонында ҡатнашты. Был декабрҙә Өфөлә уҙасаҡ халыҡ ара спартакиадаға һайлап алыу турниры ине. Унда ейәнем уңышлы сығыш яһап, бөтә стилле каратэ буйынса Башҡортостан Республикаһының асыҡ кубогында икенсе урынға һәм Өфөлә уҙасаҡ XXI халыҡ-ара көрәш сәнғәте спартакиада һында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Өфөләге XXI халыҡ-ара көрәш сәнғәте спартакиада һында Рәсәйҙең 60 төбәгенән һәм сит ил илдәрҙән 30 төр көрәштә 5000-дән артыҡ спортсы ҡатнашты. Артем әлеге бәйгелә лә яҡшы нәтижәләргә иреште, «Комбат» һуғышсан көрәш буйынса асыҡ милли чемпионатта һәм беренселектә Oriiental-Combat дисциплинаһында икенсе урын яуланы һәм Диплом, көмөш миҙал менән бүләкләнде. Ейәнемде сәмле ярышҡа әҙерләгән «Катана» һуғышсылар клубы тренерҙары И. Әбелханова, Д.Вавилова, Т.Вавилова, В.Айвазян, Е.Латиповҡа оло рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәктә лә Артем тырыш, аҡыллы булып ҡалһын һәм маҡсатына ирешһен, яңы еңеүҙәр көтөп торһон. Ул – беҙҙең ғорурлығыбыҙ.

Автор: Иршат Ғилфанов, рәсәй агросәнәғәт комплексының почетлы хеҙмәткәре. Ҡарабаш ауылы.
Читайте нас