Хәрби хеҙмәт ветераны, отставкалағы диңгеҙсе, Саҡмағош ауылында тыуып-үҫкән һәм бында үҡ ғүмер кисереүсе Илгиз Ғабделхәй улы Ибраһимов бынан 16 йыл элек ойошторған “Сыңғыз” бокссылар клубы ошо йылдар эсендә 7 – 16 йәштәрҙәге уҡыусы йәштәрҙән тиҫтәләгән спорт оҫталары, күп ярыштар чемпиондарын тәрбиәләне лә инде. Ҡасандыр торлаҡ йорт подвалында эшләй башлаған клуб артабан Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә урынлашты, бөғөн иһә Башҡортостан аграр-технология көллиәтенең спорт залында яҡшылап йыһаҙландырылған үҙ майҙансыҡтарына эйәләр. Әле бында 18 үҫмер ошо спорт төрө үҙенсәлектәрендә оҫталыҡтарын күтәрә, шуларҙан өсәүһе – ҡыҙҙар.
Илгиз Ғабделхәй улы үҫмер йәштәрҙе спорттың ошо төрөнә йәлеп итеп, сәләмәт итеп тәрбиәләп үҫтереү генә түгел, ә көслө характерлы, ауырлыҡтарға бирешмәгән, сәмле егеттәр һәм ҡыҙҙар итеп үҫтереүгә лә лайыҡлы өлөш индерә. Ә бында шөғөлләнеүселәрҙең өлгөрөштәре лә юғары, тәртип яғынан да һүҙ килтерлек түгелдәр. Өҫтәүенә, республика, төбәк, ил күләмендәге дәрәжәле бәйгеләрҙә ҡатнашып, шаҡтай юғары уңыштарға ла ирешеүселәре байтаҡ.
26 сентябрҙә Өфөлә үтәсәҡ “IBA.PRO9” турнирында ла беҙҙең йәш спортсыларыбыҙ ҡатнашасаҡ. Алыштарға сыҡмаһалар ҙа, ысын профессионалдарҙың сыгыштарын күҙәтеү уларға үҙҙәрен дә шундай дәрәжәле турнирҙарға әҙерләүгә һәм дәрт бирәсәге бәхәсһуҙ. Республикабыҙ спорты өсөн мөһим әлеге ваҡиғала туранан-тура ҡатнашыу йәш бокссыларыбыҙға тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырыр, тип ышанабыҙ.