Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Август 2025, 09:55

Таҫыллыҡ һәм етеҙлек бәйгеһендә

Июлдең йәмле бер көнөндә Дүртөйлөлә Башҡортостандың 27 районынан машина менән һыйыр һауыу операторҙары йыйылды. Бында улар араһынан иң яҡшыһын билдәләү өсөн республика конкурсы үткәрелде.

Таҫыллыҡ һәм етеҙлек бәйгеһендә
Таҫыллыҡ һәм етеҙлек бәйгеһендә

 

Бәйгене асыу тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар – Дүртөйлө районы хаҡимиәте башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы Йосопов, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Рауил улы Вәлитов, Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Раян Баймөхәмәт улы Шаһимөхәмәтов, агросәнәғәт хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюзы рәйесе Әлфиә Мәүлет ҡыҙы Гәрәйшина, Башҡортостан дәүләт аграр университеты доценты, техник фәннәр кандидаты Алексей Анатольевич Катков, Ауыл хужалығы министрлығының малсылык бүлеге етәксеһе Гөлсинә Рифат ҡыҙы Әхмәтйәнова ҡатнашты.

Район етәксеһе һәм ойоштороу комитеты ағзалары конкурсанттарҙы сәләмләп, терлекселәргә, зоотехниктарға фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерде һәм уларға уңыштар теләне.

Машина менән һыйыр һауыу операторҙары бәйгеһе бер нисә этапта уҙҙы. Беренсеһендә ҡатнашыусыларҙың теоретик белемдәре тикшерелде. Үҙҙәре билдәләүенсә, әлеге этап башҡаларға ҡарағанда иң ҡатмарлыһы булған. Унан улар яуаплылығы сикләнгән «Ленин» тоҡомсолок заводы» йәмғиәте базаһында һауыу аппаратын һүтеп йыйыуҙа ғәмәли күнекмәләрен күрһәттеләр. Хужалыҡтың етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Альберт Рафаил улы Дәүләтбаев билдәләүенсә, был конкурс — һөнәри оҫталыҡты тикшереү генә түгел, ә тармаҡтың иң яҡшы белгестәре араһында тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла булып тора.

Көсөргәнешле ярыштарҙан һуң конкурс еңеүселәрен жюри рәйесе Фәрит Рауил улы Вәлитов бүләкләне. Маҡтаулы өсөнсө урынды районыбыҙҙың «Ленин» тоҡомсолок заводы»нан Эльвира Юнысова яуланы. Уны ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, арытаба ла эшендә, тормошонда уңыштар теләйбеҙ.

Көн ахырында инде районыбыҙ ҡунаҡтарын гүзәл Тратау итәгендә спорт һәм мәҙәни программалар көттө. Ҡул көрәштереү, дартс, гер күтәреү, шашка уйындарында терлекселәр бик теләп ҡатнашты. «Арғымак» ат спорты комплексында тәрбиәләнеүсе аттарҙың, пониҙарҙың сабыштары иһә байрам сараһына айырыуса йәм өҫтәне.

Республика конкурсы район мәҙәниәтйортоартистарыһәм үҙешсәндәре тарафынан әҙерләнгән ҙур концерт менән тамамланды, сәхнә түренән яңғыраған моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Таҫыллыҡ һәм етеҙлек бәйгеһендә
Таҫыллыҡ һәм етеҙлек бәйгеһендә
Таҫыллыҡ һәм етеҙлек бәйгеһендә
Таҫыллыҡ һәм етеҙлек бәйгеһендә
Таҫыллыҡ һәм етеҙлек бәйгеһендә
Таҫыллыҡ һәм етеҙлек бәйгеһендә
Таҫыллыҡ һәм етеҙлек бәйгеһендә
Таҫыллыҡ һәм етеҙлек бәйгеһендә
Таҫыллыҡ һәм етеҙлек бәйгеһендә
Автор: Денис Мансуров
Читайте нас