Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Август 2025, 09:25

Дүртөйлө егете – донъя чемпионы!

1 августан 2 авгусҡа ҡәҙәр Монголияла мас-рестлинг буйынса донъя чемпионаты һәм беренселеге уҙҙы. 32 илдән килгән спортсыларҙы туплаған ярыштарҙа төрлө ауырлыҡ категорияларында иң көслөләр билдәләнде.

Дүртөйлө егете – донъя чемпионы!
Дүртөйлө егете – донъя чемпионы!

 

Спорттың был төрөндә көндәштәр бер-береһенә ҡаршы ултырған килеш ағас таяҡ тартыша. Бик ябай кеүек тойолһа ла, бында көрәш алып барыу тактикаһы, еңеүгә килтерәсәк ҡарарҙарҙы тиҙ ҡабул итә белеү, һөжүм итеү, ярай мускул көсө мөһим.

Ярыштарҙың хәл иткес финалында яҡташыбыҙ Тимур Зарипов Ҡырғызстан Республикаһының иң көслө вәкилдәренең береһе менән көсөргәнешле көрәштән һуң еңеү яуланы, үҙ йәштәштәре араһында донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды.

Тимур Рөстәм һәм Рита Зариповтар ғаиләһендә икенсе бала булып тыуған. Кесе йәштән үк еңел атлетика, саңғыла уҙышыу, футбол кеүек спорт төрҙәре менән мауыға. Быйыл ул ҡаланың 5нсе урта мәктәбендә 10нсы синыфны уңышлы тамамланы. Һуңғы ике йылҙа «Олимпиясы» спорт мәктәбендә шөғөлләнә. Ошо ҡыҫка ваҡыт эсендә Тимур мас-рестлинг буенча Башҡортостан чемпионатында еңеүсе, Рәсәй беренселегендә икенсе дәрәжәле призер була һәм илдең йәшү ҫмерҙәр йыйылма командаһы составына алына.

Бындай ҙуруңыштарғаирешеү, тәү сиратта, тренеры Андрей Владимир улы Батуриндыңтәжрибәһе менән бәйле. “Тимур кеүек ныҡлы егеттәргә көс күнегеүҙәре айырыуса йәтеш, был йүнәлештә планлы рәүештә эш алып барыу иһә теләгән емештәрен бирә», –  ти ул.

Чемпиондың үҙенең һөйләүе буйынса, ул балалар баҡсаһынаң уҡ йәшендән үк һәр нәмәлә беренсе булырға тырышҡан, әгәр отторһа, сәмләнеп йөрөгән икән. Был характер һыҙаты спортта айырыуса ярҙам итеүен белдерә Тимур. Спорт мәктәбендә шөғөлләнеү физик яҡтан ғына түгел, йәмғиәт өсөн кәрәкле, белемле, аралашыусан шәхес булып формалашыуға ла уңай йоғонто яһай.

Егеттең артабанғы хыялы – киләсәктә лә ярыштарҙа ҡатнашыуын дауам итеп, инде башҡа үлсәмдә – ир-аттар араһында пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелеү. Яҡташыбыҙҙы һәм уның тренерын донъя чемпионатында иҫ киткес еңеүе менән ҡотлайбыҙ, алға таба ла ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүҙә уңыштар теләйбеҙ!

Дүртөйлө егете – донъя чемпионы!
Дүртөйлө егете – донъя чемпионы!
Дүртөйлө егете – донъя чемпионы!
Дүртөйлө егете – донъя чемпионы!
Автор: Денис Мансуров
Читайте нас