Ярыштар мауыҡтырғыс үтте. Көрәшселәр йәш булһалар ҙа, еңеүгә көслө ынтылыш, ҡеүәт һәм етеҙлек, үҙ командаһына ярҙам итә белеүҙәрен күрһәтте.
Район балалар спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә бик яҡшы сығыш яһаны. Был – кескәй көрәшселәребеҙ өсөн юғары уңыштар яулауға табан беренсе баҫҡыс.
Тофик Броян 38 килограммға ҡәҙәрге үлсәү ауырлығында беренсе урынды алды. 35 килограмға ҡәҙәрге төркөмдә Рамазан Фәтхуллин көмөш миҙалға лайыҡ булды. Үҙ үлсәүм категорияларында Тамерлан Мурдашев һәм Әмирхан Броян бронза миҙалдар алыуға ирештеләр. Умар Фәтҡуллин, Тимур Иҡсанов һәм Радим Таһиров – бишенсе урында.
Әлеге уҡыусыларҙың Советтар Союзы Геройы В. Д. Паширов исемендәге 1-се Кушнаренко урта мәктәбендә белем алыуҙарын билдәләп үтәргә кәрәк, сөнки бында «Мәктәптәргә – спорт көрәше» республика программаһы ғәмәлгә ашырыла.
Киләсәктә лә көрәшселәребеҙгә һәм остаҙдары – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Рәфис Садиҡовҡа уңыштар теләйбеҙ!