Башҡортостан Республикаһында физик культура һәм массакүләм спортты үҫтереү сәләмәт йәмғиәтте формалаштырыуҙа һәм төбәктә йәшәүсе халыҡтың тормош сифатын арттырыуҙа мөһим роль уйнай. Республикала һуңғы биш йылда спорт инфраструктураһын үҫтереүгә, спорт комплекстарын, стадиондарын төҙөүгә һәм тренажер залдарын булдырыуға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Төбәктә физкультура һәм спорт менән 2,175 млн. кеше шөғылләнә. Был – республикала йәшәүсе халыҡтың 58,2 проценты тигән һүҙ.
Башҡортостанда йыл һайын 15 меңдән ашыу физкультура һәм спорт сараһы – комплекслы спартакиадалар, фестивалдәр, универсиадалар һәм башҡа төрлө бәйгеләр ойошторола, уларда 800 меңдән артыҡ кеше ҡатнаша. 2002 йылдан башлап яңы төр ярыштар – юғары белем биреүсе уҡыу йорттары араһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Кубогына йәйге һәм ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса универсиадалар ойошторола башланы. Комплекслы спартакиадалар шулай уҡ урта һөнәри белем биреүсе уҡыу йорттары араһында ла үткәрелә.
Әйткәндәй, йәштәр һәм балалар-үҫмерҙәр спорты үҫеше – төбәктең спорт сәйәсәтендә өҫтөнлөкле юнәлештәрҙең береһе булып тора. Һуңғы йылдарҙа үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү һәм талантлы йәш спортсыларға ярҙам итеү өсөн күп саралар күрелә. Республикала 141 спорт төрө тотороҡлы үҫештә, уларҙың 34-е – база төрҙәре. Башҡортостан башҡалаһында һәм муниципаль берләшмәләрҙә үҫмерҙәр һәм йәштәр ҡатнашлығында күп төрлө спорт саралары ойошторола.
Беҙҙең Саҡмағош районында ла был мәсьәләгә айырым иғтибар бүленә. “Балаларҙың спорт менән шөгыльләнеүе физик үсешкә ыңғай йоғонты яһап ҡына ҡалмай, ул шулай уҡ үҫмерҙәрҙә лидерлык һәм команда берҙәмлеге, дуҫлыҡ сифаттарын формалашырыуға ла ярҙам итә, тәртипкә лә өйрәтә. Районыбыҙ етәкселеге ерлектә йәшәүсе һәр баланың үҙенә яҡын булған спорт төрө менән шөғылләнергә мөмкинлеге булһын өсөн шарттар тудырырға ынтыла. Мәктәптәрҙә спорт секциялары һәм түгәрәктәре эшләй. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 770кә яҡын бала 14 спорт төрө буйынса шөғөлләнә. Бында уҡытыу-тренировка процессы 25 тренер-уҡытыусы етәкселегендә алып барыла. 2023 йылда Саҡмағош балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе “Мәғариф” дөйөм дәүләт проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендәге “Өҫтәмә белем биреүҙең яңы урындары” проектына индерелде. Уның буйынса бүленгән субсидия аҡсаһына “Мини-футбол” өҫтәмә белем биреү бүлеге өсөн 383 мең һумдан артыҡ суммаға спорт инвентары алынды. “Саҡмағош-Арена” өҫтө ябыулы һырғалағы боҙонда районыбыҙҙың йәш хоккейсылары командалары тренировкалар үткәрә. Улар Рәсәй күләмендәге, төбәк-ара һәм республика бәйгеләрендә еңеүҙәр, призлы урындар яулап, ерлегебеҙҙең спорт данын арттыра. Саҡмағоштоң йәш хоккейсылары хәҙер республикала ғына түгел, федераль округта иң көслө командалар исемлегендә иҫәпләнә”, – ти райондың Йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт комитеты етәксеһе, йәмәғәтселек фекере лидеры АйҺылыу Марат кызы Хәлитова.
Балаларҙың йәйге ялын файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла итеп ойоштороу маҡсатында каникул көндәрендә лә улар менән эшсәнлек туҡталып тормай. Районда бер нисә йәй дауамында ғәмәлдә булған күркәм традиция буйынса, июль-август айҙарында Саҡмағоштоң төрле микрорайондарында йәшәүсе үҫмерҙәр араһында һәр аҙнала футбол буйынса ярыштар үткәрелә. Улар физкультура-спорт эшсәнлеген әүҙемләштереү, үҫеп килеүсе быуындың сәләмәтлеген нығытыу һәм сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итеү, шулай уҡ иң яҡшы футбол командаларын асыҡлау маҡсаты менән ойошторола. Билдәле булыуынса, һәр үҫмер малайҙар, хатта ҡыҙҙар ҙа футбол уйнарға ярата. Шуға ла был ярыштарҙа ла теләп ҡатнашалар. Үткән аҙналарҙа Саҡмағоштоң “Өфө” һәм “Кирбес заводы” микрорайондарында йәшәүсе 7-14 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр командалары спорттың был төрөндә көс һынашты. Уйындарҙы райондың Йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт комитеты Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары менән берлектә үткәрде. Тәүге уйында үҫмерҙәр “Олимп” һәм “Факел” командаларына бүленеп уйнаһа, икенсе уйында “Чекаго” һәм “Россия” командаларының йәш
футболсылары оҫталыҡта, етеҙлектә көс һынашты. Ярыштарҙың еңеүселәре һәм унда ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр, миҙалдар һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.