САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Февраль , 09:45

Айлыҡ бара

Сәләмәт тормош яҡлы

Айлыҡ бара
Айлыҡ бара

Бөтә илебеҙҙәге кеүек үк, районыбыҙҙа ла «Рәсәйҙең саңғы юлы» бөтә Рәсәй масса-күләм ярышы үтте. Унда ысын санғысылар ҙа, шыуырға яратыусылар ҙа ҡатнашты.

Әлеге спорт төрө, теүәлерәк әйткәндә, нәҡ ошо ярыш географияһы йылдан-йыл киңәйә бара, актив ял итеүсе һәм сәләмәт тормош рәүеше алып барыусы, төрлө йәштәге, һөнәр һәм мауығыуҙары төрлөсә булғандарҙы үҙенә йәлеп итә.

Һауа торошо шаҡтай һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, алты йәштән 74 йәшкә саҡлы 400 кеше саңғы юлына баҫты. Алһыуланған битле, ҡышҡы ҡояш нурында ялтырап торған ҡарашлы һәр ҡатнашыусы стартты көттө.

Ярыштар еңел үтһен, ә саңғысылар тик күңелле тәъҫораттар ғына алһын өсөн трассаны махсус техника әҙерләне.

Йәштәр сәйәсәте һәм спорт секторы мөдире Вадим Костромин, йыйылыусыларҙы сәләмләп, ҡатнашыусыларға еңел  старт һәм уңыштар теләне. Спортсылар йәш категориялары буйынса айырым төркөмдәргә бүленде. Һәр төркөмдә билдәләнгән еңеүсегә иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Саңғыла уҙышың мауыҡтырғыс көрәштә үтте, унда һәр спортсы еңеүгә ынтылды. Саңғыға баҫҡан һәр кемде еңеүсе тип һынарға мөмкин, сөнки улар төп бүләк – сәләмәтлеккә табан бер аҙым алға атланы.

«Рәсәйҙең саңғы юлы»  кушнаренколарға рухи ләззәт, һүнмәҫ дәрт һәм яҡшы кәйеф бүләк итте.

Айлыҡ бара
Айлыҡ бара
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: