САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Февраль , 16:30

Спорт байрамына – күмәкләп

Ил күләмендәге "Рәсәйҙең саңғы юлы" ярыштары дәүләтебеҙҙең бөтә төбәктәрендә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла, йыл һайын үткәрелә.

Спорт байрамына – күмәкләп
Спорт байрамына – күмәкләп

Әлеге ҙур спорт байрамы Саҡмағош районында ла, һәр ваҡыттағыса, күп кеше ҡатнашлығында бөтә ауыл биләмәләрендә лә ойошторолдо. Һуңғы йылдарҙа ғәмәлгә ингән күркәм традиция буйынса, Саҡмағош ауыл биләмәһендә ул "Ҡарағай" базаһы территорияһында үткәрелде. Шәмбә көндөң һалҡын, ҡояшлы иртәһендә мәктәп уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре, педагогтар, район үҙәгендә йәшәүселәр, саңғы спортын үҙ итүесе яҡташтар, спорт ветерандары һәм күрше район вәкилдәре стартҡа сыҡты. Ярыштар ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында төрлө йәш категориялары буйынса бүленеп ойошторолдо. Сара ахырында еңеүселәргә һәм призерҙарға истәлекле бүләктәр тапшырылды.

Спорт байрамына – күмәкләп
Спорт байрамына – күмәкләп
Спорт байрамына – күмәкләп
Спорт байрамына – күмәкләп
Спорт байрамына – күмәкләп
Спорт байрамына – күмәкләп
Спорт байрамына – күмәкләп
Спорт байрамына – күмәкләп
Спорт байрамына – күмәкләп
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: