-3 °С
Облачно


Кушнаренко балалар спорт мәктәбендә тәрбиәләнеүсе алты ҡыҙ (тренер-уҡытыусы – СССРҙың спорт мастеры Любовь Шәрәфетдинова) спорт мастерлығына кандидат разрядына ярашлы балдар йыйҙы. Улар – Камилла Баҡаева, Анастасия Токарева, Әлиә Ғәзизова, Аделина Шәйхелисламова, Амелия Бәҙретдинова һәм Амалия Хисаметдинова.
Спортсыларыбыҙҙы һәм уларҙың тренерын Бөтә Союз ярыштарында уңышлы сығыштары менән тәбрикләйбеҙ.