САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Апрель 2023, 10:12

Мәктәп лигаһы турниры

Кушнаренко ауылының балалар спорт мәктәбендә «Мәктәп волейбол лигаһы» республика проекты сиктәрендә уҡыусылар араһында волейбол буйынса турнирҙың муниципаль этабы үтте.

Мәктәп лигаһы турниры
Мәктәп лигаһы турниры

 

Унда 1-се Кушнаренко, Ҡарасайылға, Ҡалтай, Иҫке Ҡамышлы, Иҫке Ҡормаш, Иҫке Туҡмаҡлы урта мәктәптәренән һәм гимназиянан алты егеттәр һәм һигеҙ ҡыҙҙар командалары ҡатнашты.

Шәрип урта мәктәбенең егеттәр һәм ҡыҙҙар командалары чемпион исемен яуланылар. 1-се урта мәктәп егеттәре һәм Ҡарасайылға мәктәбе ҡыҙҙары маҡтау пьедесталының икенсе баҫҡысына күтәрелде. Өсөнсө урынды Әхмәт мәктәбе егеттәре һәм Иҫке Ҡормаш ҡыҙҙары алды.

Еңеүселәр район данын төбәк этабында яҡлаясаҡтар.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: