САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Март 2023, 11:35

Дуҫтарса осрашыу

Балалар спорт мәктәбендә мәктәпкәсә белем бирү учреждениелары педагогтары һәм ата-әсәләр араһында 8 Март байрамына бағышлап, волейбол буйынса иптәштәрсә осрашыу үтте.

Дуҫтарса осрашыу
Дуҫтарса осрашыу

Унда Кушнаренко ауылының «Шишмәкәй» һәм «Әтәскәй» ясли-баҡсаларынан педагогтары һәм ата-әсәләрҙән торған дүрт команда ҡатнашты.

Осрашыу дуҫтарса тип аталһа ла, бер кемдең дә еңелгеһе килмәне. Һәр команда матур уйын күрһәтте. Ата-әсәләр командалары араһында «Шишмәкәй» баҡсаһы волейболсылары еңде. Мәктәпкәсә учреждениеның педагогтары ла шундай уҡ уңышҡа иреште.

Һәр кем кәйеф күтәренкелеге, яҡты тәъҫораттар алды. Ата-әсәләр һәм педагогтар араһында бындай турнирҙар үткәреү традицияға әүерелер һәм унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта барыр, тип ышанаһы килә.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: