Яҡташтар араһында спортты, сәләмәт тормыш рәүешен алып барыуҙы, физкультура менән шөғөлләнеүҙе популярлаштырыу һәм патриотлыҡ хистәре тәрбиәләү маҡсаты менән ойошторолған был сара “Һәр кем шөғөлләнерлек спорт” проекты координаторы, яҡташыбыҙ Фәрит Хөрмәтулла улы Ғиндуллин тәҡдиме һәм ҡатнашлығы менән ғәмәлгә ашырылды. Унда муниципаль район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Вадим Васильевич Соколов ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгрессы) вәкиле, Башҡортостандың халык артисы, виртуоз ҡубыҙсы Миндиғафур Миңдиәхмәт улы Зәйнетдиновтың да ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға килеүе һәм ҡубыҙҙа уйнап яңғыратҡан моңдары байрамдың дәрәҗәһен тағы ла арттырҙы. Был көндә бында йәшәүсе олоһо-кесеһенә спорт менән шөғөлләнөү өсөн мөмкинлектәрҙе арттырып, спорт инвентары һәм сертификаттар бүләк ителде.