САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Февраль 2023, 12:10

Көс һынашып көрәштәрҙә

Үткән шәмбелә Пермь ҡалаһында билбау көрәше буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте. 2006-2008 йылдарҙа туған егеттәр һәм ҡыҙҙар көс һынашҡан был бәйге Афған һуғышында батырҙарса һәләк булған яугирҙәрҙең яҡты истәлеген хөрмәтләп ойошторолды.

Көс һынашып көрәштәрҙә
Көс һынашып көрәштәрҙә


Ярыштарҙа Башҡортостан, Татарстан, Карасай-Черкес республикаларынан, Рязань өлкәһенән һәм Пермь крайынан килгән спортсылар ҡатнашты. Унда районыбыҙ данын тренер И.Р.Зәйнетдиновтың уҡыусылары булған 10 йәш яҡташыбыҙ лайыҡлы яҡлап, алты призлы урынды яулауға иреште. 60 килограммға ҡәҙәрге ауырлыҡ категорияһында Илнар Мохтаров 1 урынға сығып, еңеүсе булды. 52 килограммға ҡәҙәрге ауырлыҡ категорияһында Камилла Шәмсиева, 71 килограммға ҡәҙәрге категорияла көрәшеүселәр араһында Динар Хәйруллин, 45 килограммға ҡәҙәрге категорияла Редик Латипов икенсе урынды яуланылар. 60 кг.-ға ҡәҙәрге ауырлыҡ категорияһында Радим Ғабделғаниев менән 71 кг.-ға ҡәҙәрге категорияла Илгизәр Бәшәров еңеүселәр пьедесталының өсөнсе баҫҡысына күтәрелеү хоҡуҡына эйә булды.
Йәш көрәшселәребеҙҙе һәм уларның тренерҙарын ошо мәртәбәле ҡаҙаныштары менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да уларға бары тик уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булыуын теләйбеҙ.

Көс һынашып көрәштәрҙә
Көс һынашып көрәштәрҙә
Көс һынашып көрәштәрҙә
Көс һынашып көрәштәрҙә
Көс һынашып көрәштәрҙә
Көс һынашып көрәштәрҙә
Автор:Луиза Абдрахманова, Балалар-үсмерҙәр спорт мәктәбе директоры.
Читайте нас: