САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Ғинуар 2023, 16:15

Асыҡ беренселек

Кушнаренко балалар спорт мәктәбендә егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында грек-рим көрәше буйынса асыҡ беренселек үтте.

Асыҡ беренселек
Асыҡ беренселек

 Унда Өфө һәм Нефтекама ҡалаларынан, Кушнаренко һәм Краснокама райондарынан алтмыштан артыҡ йәш көрәшсе ҡатнашты.

Ярыш башланыу алдынан йыйылыусыларға тәбрикләү һүҙе менән спорт мәктәбе директоры Ринат Хәмәтдинов һәм турнирҙың баш судьяһы, халыҡ-ара класслы СССР спорт мастеры Рәфис Садиҡов мөрәжәғәт  итте. Рәсәй  Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғыраны.

 Көслө көндәштәр менән көслө алыштарҙа беҙҙен көрәшселәр яҡшы физик әҙерлек, оҫталыҡ һәм еңеүгә   ынтылыш күрһәтте.

Ангелина Плотникова, Эдуард Кузнецов, Азамат Ғизетдинов, Артем Дусалимов, Иван Яхин, Иляс Әхмәтйәнов һәм Нияз Әхмәтйәнов үҙ үлсәү категорияларында чемпион исемен яулап, алтын миҙалға лайыҡ булдылар.

Айгиз Манапов, Максим Максимов, Азат Сафин, Аяз Сәфәров, Павел Тимофеев, Арсений Хажиев һәм Антон Соколов көмөш миҙал менән бүләкләнде.

Руслан Басыров, Марсель Ғәлләмов, Дмитрий Тарасов, Рауил Арсланов, Дмитрий Захаров, Кирилл Плотников, Динис Абдуллин, Урал Низаметдинов, Тофик Броян, Володя Гасанян, Суто Броян һәм Мөхәммәт Рзаев бронза миҙал алды.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: