САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Ғинуар 2023, 19:28

Сираттағы еңеү яуланды!

Быйылғы Яңы йыл ялдары саҡмағоштар хәтерендә спорт сараларының күп булуы менән дә истә ҡалыр, моғайын. 

Сираттағы еңеү яуланды!
Сираттағы еңеү яуланды!

Ялдарҙың ахырғы, ысын ҡышҡы һалҡындар хакимлыҡ иткән көнөндә “Саҡмағош-Арена” боҙ һырғалағында иһә еңеү өсөн ҡыҙыу көрәш барҙы. Районыбыҙҙың “Трактор-М” командаһы хоккейсылары Өфөнөң “Башнефть” уйынсылары менән осрашып, оҫталыҡта, етеҙлектә көс һынашты һәм сираттағы тапҡыр был төр спорттың беҙҙең ерлектең даны булыуын раҫланы. Төнгө хоккей лигаһы (18+) сиктәрендә үткән турнир тулкынландырғыс миҙгелдәргә бай булып, яҡташтарыбыҙҙың “Трактор-М” командаһы файдаһына 7:4 иҫәбе менән тамамланды. Беҙ районыбыҙ спортсыларын был һөйөнөсле еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уларға яңынан-яңы уңыштар юлдаш булуын теләйбеҙ!

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: