САРМАНАЙ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Ноябрь 2022, 15:50

Сәләмәт, бәхетле ғаилә – ҙур бәхет!

Ноябрь айында беҙҙең Саҡмағош районында тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр һәм наркотик мәтдәләрҙе кулланыуға бәйлелекте киҫәтеү маҡсаты менән профилактика айлығы иғлан ителгәйне. Уның сиктәрендә район үҙәгендәге һәм ауыл биләмәләрендәге мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларында күп төрлө саралар ойошторолдо.

Сәләмәт, бәхетле ғаилә – ҙур бәхет!
Сәләмәт, бәхетле ғаилә – ҙур бәхет!


Ошо көндәрҙә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә был айлыҡ сиктәрендә “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” бәйгеһе үтте. Уның тәүге этабы мәктәптәрҙә булды. Был этапта еңеү яулаған 11 ғаилә ағзалары район үҙәгендә ойошторолған ярыштарҙа көс һынашты. Уларҙың һәрҡайһы үҙ эмблемаһын, визиткаһын әҙерләп килгән ине. Ярыш сәмле, кейеренке барҙы – һәр ғаилә командаһы үҙҙәрен иң лайыҡлы итеп күрһәтеп, еңеү яуларға ынтылды.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Яңы Ҡаръяуҙы ауылынан Нурғәлиевтар ғаиләһенә тиңләшеүсе булманы. Икенсе урынды Иҫке Ҡалмаш ауылынан Хазиевтар яуланы. Өсөнсө урынға Саҡмағоштан Әхмәтовтар лайыҡ булды. Кәшәк ауылынан килгән Миһрановтар, Саҡмағоштан Сафиндар, Үрге Аташтан Ғөбәйҙуллиндар, Рәжәптән Ситдиковтар, Үрнәктән Кирәевтар, Яңы Семенкинонан Сөнәғәтуллиндар, Рапаттан Латиповтар һәм Тайнаш ауылынан Фәтхетдиновтар ҙа ярыштарҙа әүҙем ҡатнашты.
Был сара сәләмәт тормош рәүеше алып барыуҙың, спортты яратыуҙың, таҙа-һау һәм әүҙем булыуҙың бөтә замандарҙа ла модала ҡалыуын йәнә бер дәлиле булды. Ә инде бәхетле, сәләмәт ғаиләле булыу – һәр кешенең ысынға ашарҙай хыялы, тик бының өсөн ныҡлы тырышлыҡ һәм теләк кенә кәрәк.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: Йәштәр үҙәгенең “Бәйләнештә” сайтындағы сәхифәсе.

Сәләмәт, бәхетле ғаилә – ҙур бәхет!
Сәләмәт, бәхетле ғаилә – ҙур бәхет!
Сәләмәт, бәхетле ғаилә – ҙур бәхет!
Сәләмәт, бәхетле ғаилә – ҙур бәхет!
Сәләмәт, бәхетле ғаилә – ҙур бәхет!
Сәләмәт, бәхетле ғаилә – ҙур бәхет!
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: