САРМАНАЙ
+10 °С
Дождь
Спорт
23 Ноября 2022, 11:15

Волейболсылар уңышы

Шишмә ҡасабаһында мәктәп уҡыусылары араһында «Спорт – йәшәү нормаһы» проекты һәм республикала Волейбол йылы сиктәрендә волейбол ярыштарының төбәк этабы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Волейболсылар уңышыВолейболсылар уңышы
Волейболсылар уңышы

 

Унда беҙҙең райондан 1-се Кушнаренко урта мәктәбенең үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар командалары ҡатнашты. Улар алдында Шишмә, Архангел, Благовещен, Бөрө, Саҡмағош, Дәүләкән һәм Благовар райондарының йәш волейболсылары менән иң көслөләр исеме өсөн көрәшеү бурысы тора ине.

Беҙҙең спортсылар көндәштәре менән осрашыуҙарҙа бик яҡшы уйнап, турнирҙың енеүселәре булдылар. Ҡыҙҙар һәм егеттәргә бүләккә спорт кейемедәре йыйылмаһы һәм ун ике волейбол тубы тапшырылды.

1-се мәктәп волейболсыларын һәм команда етәксеһе Луиза Мансурованы сираттаҙы уңыштары менән тәбрикләйбеҙ.

Волейболсылар уңышы
Волейболсылар уңышы
Волейболсылар уңышы
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас