САРМАНАЙ
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Ноябрь 2022, 16:10

Көс һынаштылар

Балалар спорт мәктәбенең бассейнында район белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһында йөҙөү буйынса ярыш үтте.

Көс һынаштылар
Көс һынаштылар

 

Көсөргәнешле көрәштә еңеүселәр һәм призерҙар асыҡланды.  Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары командалары араһында беренселекте Светлана Батыргәрәева («Әтәскәй» балалар баҡсаһы) алды, Анастасия Зарипова («Шишмәкәй») – икенсе, Луиза Мансурова («Ҡояшҡай») өсөнсө урында.

Мәктәптәр араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе урынды Юлиә Ғабдрафиҡова (1-се урта мәктәп) яуланы, Элина Андреева – икенсе, Эльмира Шәйәхова – өсөнсө урында.

Ир-аттар араһында Марсель Юнысов (гимназия) – беренсе, Ринат Йыһангиров (Иҫке Ҡормаш) – икенсе, Риналь Шафиҡов (гимназия) өсөнсө урынға лайыҡ булдылар.

Еңеүселәр һәм призлы урын алыусылар грамота менән бүләкләнде.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: