САРМАНАЙ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Ноябрь 2022, 11:45

Чемпион менән осрашыу

Саҡмағош Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнеүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн күптән түгел ғәҙәти булмаған осрашыу ойошторолдо.

Чемпион менән осрашыу
Чемпион менән осрашыу

 Уларға Бурятия Республикаһынан килгән саңғыла йүгереү һәм биатлон буйынса спорт мастерлығына кандидат, Европа кубогы этаптарында өс тапҡыр еңеүсеһе һәм күп тапҡыр призеры, Рәсәй чемпионаттарының 6 тапҡыр чемпионы һәм күп тапҡыр призеры булған Зоригто Александрович Лупсанов оҫталыҡ сәғәте үткәрҙе. Спортсы үҙ тәжрибәһе һәм еңеү яулау серҙәре менән теләп уртаҡлашты, үҫмерҙәрҙең күнекмәләрен ҡараны, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Йәш спортсылар уны ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, ул күрһәткән күнегеүҙәрҙе ҙур иғтибар менән күҙәтте һәм иҫтәрендә ҡалдырырға ынтылды.
Был осрашыу кесе йәштән спорт яратып үскән йәш райондаштарыбыҙ күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьсораттар ҡалдырып, үҫмерҙәрҙең үҙҙәренә лә ҙур уңыштарға ирешкән Зоригто Александрович кеүек булырға, унан өлгө алып, киләсәктә юғары спорт үрҙәрен яуларға этәргес биргәндер, тип ышанабыҙ.

Чемпион менән осрашыу
Чемпион менән осрашыу
Автор:Сайтка Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: