САРМАНАЙ
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Февраль 2022, 15:25

«Кристалл» – беренсе

Әлшәй районынын Раевка ауылында ун ике– ун өс йәшлек малайҙар араһында «Алтын шайба» клубының республика финал ярыштары үтте. Унда Кушнаренко, Әлшәй, Благовар райондары, Өфө, Благовещен һәм Межгорье ҡалалары  командалары ҡатнашты.  

«Кристалл» – беренсе
«Кристалл» – беренсе

Һәр уйын бик көсөргәнешле үтте. Һөҙөмтәлә  беҙҙең «Кристалл» командаһы финал ярышының еңеүсеһе булды. Благовар районы командаһы – икенсе, Өфө ҡалаһының йәш хоккейсылары өсөнсө урындарҙы алды.

Руслан Мәһәҙиев иң яҡшы һөжүм итеүсе, Илназ Кәримов ин яҡшы уйынсы тип табылды.

Хоккейсыларыбыҙҙы һәм тренер Артур Хәбировты сираттағы еңеүҙәре менән тәбрикләйбеҙ һәм Түбәнге Новгород ҡалаһында үтәсәк Бөтә Рәсәй ярышында ла уңыштар теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас: