САРМАНАЙ
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ғинуар 2022, 21:45

Уйындар тамамланды, еңеүселәр билдәләнде

Бөгөн шайбалы хоккей буйынса Саҡмағош муниципаль район хакимиәте башлығы Кубогына район ярыштары тамамланды.

Уйындар тамамланды, еңеүселәр билдәләнде
Уйындар тамамланды, еңеүселәр билдәләнде

 Бәйгенең финалына өс команда сыҡты. Ярыш йомғаҡтары буйынса Имәнлеҡул урта мәктәбе командаһы иң көслөһө булып танылып, еңеүсе исемен яуланы. Йомаш урта мәктәбе командаһы уннан бер аҙ ғына ҡалышып, икенсе урынға сыҡты. Рапат һәм Рәжәп урта мәктәптәренең йыйылма командаһы өсөнсө булды. Ярыштарҙың иң яҡшы һөжүмсеһе тип Имәнлеҡул урта мәктәбе уҡыусыһы Радмир Сәйфуллин билдәләнде. Йомаштан Радмир Мостафин – иң яҡшы ҡапҡасы, Рапаттан Редик Латипов –иң яҡшы яҡлаусы исеменә лайыҡ булды. Ярыштарҙың иң йәш уйынсыһы –Имәнлеҡул ауылынан Илнаҙ Хәмиҙуллин. Еңеүселәрҙе ысын күңелҙән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштарға ирешеүҙәрен теләйбеҙ. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Саҡмағош балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең инстаграм селтәрендәге сәхифәһе.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: