Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
22 Декабрь 2025, 09:35

Бер быуатлыљ ғүмер байрамы

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығында беҙ батырлыҡтары менән немец фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә киләһе быуындарға тыныслыҡ яулаған бөтә яҡташтарыбыҙҙы хөрмәтләйбеҙ.

Бер быуатлыљ ғүмер байрамы
Бер быуатлыљ ғүмер байрамы

 Беҙҙең төп бурысыбыҙ — яу ҡырында ятып ҡалған ҡаһармандарҙы һәм бөгөнгө көндә бәхетле ҡартлыҡ кисереүсе ветерандарыбыҙҙы иҫтә тотоу һәм уларға рәхмәтле булыу. Тик шуныһы аяныслы, Дүртөйле районында утлы йылдарҙың һуңғы шаһиты булып Ғәфиәтулла Ғиниәтулла улы Хәбибуллин ғына ҡалды. Декабрь уртаһында ул үҙенең бер быуатлыҡ күркәм юбилейын ҡаршыланы. Ғәфиәтулла бабай 1925 йылдың 15 декабрендә Йүкәлекүл ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. 1943 йылдың ғинуарын да, ун ете йәшлек сағында ул Ҡыҙыл Армия сафтарына алынған. Ырынбур өлкәһенең Тоцк полигонында хәрби әҙерлек үткәс 13нсө уҡсы дивизияның 61нсе уҡсы полкына хеҙмәткә ебәре лә. Шуның составында дошмандарға ҡаршы көрәшә башлай. Ҡаты бәрелештәрҙә контузиялана, ике тапҡыр яралана. Шулар һөҙөмтәһендә ул ҡултыҡ таяғы менән генә йөрөргә мәжбүр була һәм тыуған яҡтарына оҙа тыла. Ләкин ысын һалдат, патриот егет өйҙә оҙак ултыра алмай, кабаттан хәрби комиссариатҡа килә, кире полкташтары эргәһенә ашҡына. 1945 йылдың ғинуарында уны Алкинога ебәрәләр һәм шунда булғанда ул күптән көтөлгән Еңеү көнөн каршы ала. Ләкин һалдат хеҙмәте бының менән генә тамамланмай: 1946 йылға ҡәҙәр 373нсө уҡсы полкта була, унан Камчаткаға оҙатыла, бары тик 1949 йылдың октябрен дә генә демобилизациялана. Дүртөйлө районына ҡайтҡас, Ғәфиәтулла Ғиниәтулла улы икенсе хеҙмәт фронтына күсә. 20 йылға яҡын Ленин исемендәге колхозда тракторсы һәм комбайнсы булып эшләй, район һәм республика ярыштарында алдынғылар иҫәбендә була. Хатта сәләмәтлеге торошо еңелрәк эшкә күсәргә мәжбүр иткәндәлә ул ҡул ҡушырып ятманы, ураҡ ваҡытында механизаторҙарға аш ташыны. Тормош иптәше, тыл ветераны Хәнә инәй ҙә күмәк хужалыҡта терлексе булып эшләй. Уларҙың татыу ғаиләһенә дүрт бала үҫә. Бөгөнгө көндә Ғәфиәтулла Ғиниәтулла улы ҡыҙы Фидәһиә тәрбиәһендә йәшәй, төрлө тарафтарҙағы биш ейәне һәм ун бер ейәнсәренең сикһеҙ мөхәббәтенәлә күмелгән ул. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, асыҡ аҡыл, оптимизм һәм йылы, зирәк йөрәк һаҡланған унда. Тыныс хеҙмәт йылдарында ветераныбыҙ II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Бөйөк Еңеүҙең, СССР Ҡораллы Көстәренең юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. Быйыл май айында уға «Дүртөйлө районының маҡтаулы гражданы» тигән юғары исем бирелде. Иҫтәлекле юбилей көнөндә легендар яҡташыбыҙҙы тәбрикләргә район хакимиәте башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы Йосопов һәм Башҡортостан Республика һы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Альберт Рафаил улы Дәүләтбаев уның йортона килде. Ҡотлау һүҙҙәрендә улар ил ағаһына иң изге теләктәрен еткерҙе. Хөрмәтле Ғәфиәтулла Ғиниә тулла улы! Һуғыш ҡырында Ватанға тоғролоҡло хеҙмәт итеү егеҙ һәм тыныс тормошта күр һәткән фиҙаҡәрлегегеҙ бөтә быуындар өсөн дә асыҡ үрнәк булып торһын. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Бер быуатлыљ ғүмер байрамы
Бер быуатлыљ ғүмер байрамы
Бер быуатлыљ ғүмер байрамы
Автор: Денис Мансуров
Читайте нас