

Бөйөк Еңеү көнө – һәр ҡайһыбыҙ өсөн дә иң ҡәҙерле, изге, шатлыҡ һәм һағышлы күҙ йәштәре менән һуғарылған иҫтәлекле көн. Ул ата-бабаларыбыҙҙың данлы үткәндәренең бер сағылышы, уртаҡ ғорурлығыбыҙ ул. Данлыҡлы Совет Армияһы бынан һикһән йыл элек иң заманса ҡоралланған, ярты Европаны буйһондорған ҡеүәтле фашист Германияһын ҡыйратып, Еңеү яулаған көн ул – 9 май.
Дәһшәтле һуғыш илебеҙҙәге бер ғаиләне лә урап үтмәне. Миллионлаған ватандаштарыбыҙ яу ҡырында дошман менән йөҙгә-йөҙ килеп алышты, йәнә миллионлағандары үҙ-үҙләрен аямай тылда Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн фиҙәҡәр хеҙмәт үрнәктәре күрһәтте. “Барыһы ла – фронт өсөн! Барыһы ла – Еңеү өсөн!” тигән лозунг барлыҡ йәштәге ватандаштарҙы берләштерҙе. Был оло батырлыҡтың тере һәм инде арабыҙҙан мәңгелеккә күскән шаһиттары ҙур дан һәм хөрмәткә лайыҡ. 1945 йылдың Еңеүле яҙы алыҫлаша барған һайын, уның әһәмиәте, бөйөклөгө арта, халҡыбыҙҙың уртаҡ батырлығы тураһындағы хәтер һүрелмәй, киреһенсә, яңыра ғына бара.
Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарын, атайһыҙ үҫкән, кескәй генә килеш ил именлеге өсөн фиҙәҡәр хеҙмәттә Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индергән бөтә яҡташтарҙы оло байрам менән ҡотлайбыҙ. Бөгөнгө көндә был батырҙарҙың ейәндәре һәм турундары ата-бабаларҙың данлы юлын үтеп, илебеҙ бәйһеҙлеген һаҡлай – йәнә баш ҡалҡытырға ынтылған неонацистарға ҡаршы көрәшә. Махсус хәрби операция бурыстарын үтәгән һәм үтәүсе бөтә яугирҙәргә лә ошо мәртәбәле байрам менән тәбрикләүҙәр еткереп, мөмкин ҡәҙәр тиҙрәк Еңеү яулауҙарын һәм имен-һау булып туған яҡтарға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Миллионлаған ватандаштарыбыҙ бөгөн дә, берҙәм булып, тап бынан һиҡһән йыл элек булғанса: “Беҙҙең эшебеҙ хаҡлы. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” – тип ҡабатлай. Ата-бабаларыбыҙҙың һәм замандаш яугирҙәребеҙҙең тиңдәшһеҙ батырлығы, рухи ныҡлығы, намыҫлы хеҙмәте, фиҙәҡәрлеге беҙҙән һуңғы быуындарға ла лайыҡлы үрнәк буласаҡ. Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлап, бөтә яҡташтарға ныҡлы сәләмәтлек, рух күтәренкелеге, бәхетле, имен тормош, бәрәкәтле ғүмер, имен күк йөҙө теләйбеҙ!