Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
7 Май 2025, 15:25

Мәңгелек хәтер билдәһе булып

6 май көнөндә, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы тантанаһын билдәләү алдынан, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә һәм шул иҫәптән беҙҙең Саҡмағошта, 80 Мәңгелек ут тоҡанды.

Мәңгелек хәтер билдәһе булып
Мәңгелек хәтер билдәһе булып



Беҙҙең район ил Президенты ҡушыуы буйынса “Газпром” акционерҙар йәмғиәте тарафынан тормошҡа ашырылған күләмле “Еңеү утын һаҡлайбыҙ” Бөтә Рәсәй проектына ҡушылды. Әйткәндәй, дөйөм Рәсәй акцияһы 21 февралдә Алтай Республикаһында старт алды. Аратабан аның маршруты илдең бөтә федераль округтары аша үтте. Акцияның төп майҙаны Санкт Петербург ҡалаһындағы “Журавли” мемориалында булды. Мәңгелек уттың символик ялҡынын унда Мәскәүҙең Александр баҡсаһындағы Кремль стенаһы эргәһендәге Билдәһеҙ һалдат ҡаберлегенән килтергәндәр. Беҙҙең районда Мәңгелек утты тоҡандырып ебәреү өсөн ялҡынды якташтарыбыз – фронтовик яугирҙәр ейәндәре – башҡалабыҙ Өфөнөң Еңеү паркынан алып ҡайтты.
Саҡмағошта үткән был ваҡиға – Бөйөк Еңеүҙең юбилейлы тантанаһына ҙур бүләк һәм еңеүселәр быуынына мәңгелек рәхмәт билдәһе. Уға әҙерлек сиктәрендә Саҡмағоштоң Еңеү паркында объектты реконструкциялау буйынса күләмле эштәр башҡарылды. Туған яғыбыҙ тарихындағы ошо иҫтәлекле ваҡиға менән яҡташтарҙы республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров, “Газпром межрегионгаз Уфа” һәм “Газпром газораспределение Уфа” йәмғиәттәре генераль директоры Альберт Рәүеф улы Лоҡманов тәбрикләне. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Фәнәүис улы Насретдинов, яҡташтарыбыҙ Шамил Римзил улы Вәлиев һәм Рөстәм Илгиз улы Нәбиев сараның шәрәфле ҡунаҡтары булды. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы муниципаль район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев һәм уның урынбаҫарҙары ҡаршы алды һәм оҙатып йөрөнө.
Был хаҡта тулыраҡ “Сарманай” гәзитенең май айы һанында уҡырға була.

Мәңгелек хәтер билдәһе булып
Мәңгелек хәтер билдәһе булып
Мәңгелек хәтер билдәһе булып
Мәңгелек хәтер билдәһе булып
Мәңгелек хәтер билдәһе булып
Мәңгелек хәтер билдәһе булып
Мәңгелек хәтер билдәһе булып
Мәңгелек хәтер билдәһе булып
Автор: Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас