Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
26 Апрель 2025, 09:15

Ысын Ватан һаҡсылары

Ватанды һаҡлаусылар йылы уңайынан мин был яҙмамда Дүртөйлө районының аҫыл ир-уҙамандары – аталы-уллы Хәким һәм Лирон Хәмитовтар ураһында һөйләмәксемен.

Ысын Ватан һаҡсылары
Ысын Ватан һаҡсылары

Хәким Сәғәҙи улы 1911 йылда Иҫке Кәңгеш ауылында тыуған. Йәшләй атаһын юғалтып, ауыр крәҫтиән хеҙмәтенә керешә, тол ҡалған әсәһенә хужалыҡта ярҙам итә. Граждандар һуғышы йылдарында мәҙрәсәлә уҡый, ә һуңынан Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауылында беренсе баҫҡыс мәктәпте тамамлай. Бындай белем алған кеше ул йылдарҙа ауылда һирәк була, шуға күрә уны «Игенсе» колхозында бухгалтер итеп тәғәйенләйҙәр. 1933 йылда Ҡыҙыл Армия сафтарына саҡырыла. Белоруссия хәрби округында ҡыҙыл армиясы, ә полк мәктәбен тамамлағандан һуң кесе командир булып хеҙмәт итә. Тыуған яғына ҡайтҡас, 1936 йылда Хәмитовты район комсомолы путевкаһы буйынса Өфө хоҡуҡ мәктәбенә ебәрәләр, уны тамамлағандан һуң Белорет һәм Баймаҡ райондарының халыҡ судьяһы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Хәмитов яңынан Ватанды һаҡлау өсөн саҡырыла. Ҡыҫҡа ваҡытлы политсостав әҙерләү курстарында уҡый һәм 1942 йылда Сталинградтағы һуғыш ямғырына эләгә. Бында, рота командирының сәйәси бүлек буйынса урынбаҫары булараҡ, командир менән бергә уға бернисә тапҡыр ҡул аҫтындағыларҙы һөжүмгә күтәрергә тура килә. Сталинград янында ул күп яҡташтарын юғалта, үҙе мөғжизә менән иҫән ҡала. Яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтары өсөн лейтенант Хәмитов Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Артабан батальон командирының сәйәси бүлек буйынса урынбаҫары, полк парторгы вазифаларында ул Дон, Воронеж, I Украина фронттары составында Еңеү көнөнә тиклем ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. Яралана, дауаланғандан һуң гвардия капитаны Хәмитов яңынан сафҡа ҡайта. Геройҙың күкрәген ике Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һәм күп миҙалдар биҙәй. 1946 йылдан Хәким Сәғәҙи улы йәнә Дүртөйлө районы ха-
лыҡ суды рәйесе була, был вазифала 22 йыл эшләй. 1950 йылда Ленинградта юғары юридик мәктәптә уҡый. Уға Башҡортостанда беренселәрҙән булып 1967 йылда «РСФСРҙың атҡаҙанған юрисы» исеме бирелә. Райондың хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары, элекке хеҙмәттәштәре бөгөн дә Хәким Сәғәҙи улын бик принципиаль һәм грамоталы юрист, кристалл намыҫлы һәм күңелле кеше, әүҙем пропагандист тип билдәләй. Ауырыу сәбәпле хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң ул йәмәғәт эшмәкәрлегенә тотона. Ун йылдан ашыу район судының һәм прокуратураның партия ойошмаһы секретары була.
1978 йылда Хәким Сәғәҙи улы Хәмитов яҡты донъяны ҡалдырып китә. Әммә был иҫ киткес кеше тураһында иҫтәлек бала- ларында, ейәндәрендә һәм бүләләрендә йәшәй, уны яҡташтары-дүртөйлөләр хәтерләй һәм уның менән ғорурлана. Дүртөйлө ҡалаһындағы урамдарҙың береһенең Хәким Хәмитовтың исемен йөрөтөүе – бының бер дәлиле. Ваҡыт аяуһыҙ. Йылдар тиҙ үтә, Бөйөк Еңеү яулаған илебеҙ өсөн фажиғәле йылдарҙың тере шаһиттары кәмей бара. Әммә йәштәр, киләсәк быуын үҙ геройҙарын белергә, иҫтә тоторға тейеш һәм уларҙың һуғыш яландарында, тыныс хеҙмәттә күрһәткән батырлыҡтарына тап төшөрмәҫкә тырышырға тейеш. Хәким Хәмитовтың улы Лирон атаһы кеүек үк үҙенең тормош
принциптары итеп намыҫлылыҡ, әҙәплелек, йөкмәтелгән эш өсөн яуаплылыҡ кеүек кешелек сифаттарын һайлай. Ул 1946 йылдың 17 июлендә Дүртөйлө районының Иҫке Кәңгеш ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң ул Өфө ҡалаһында агрегат заводында фрезерлаусы булып эшләй, ә 1964 йылда Һарытау хәрби химия ғәскәрҙәре училищеһына уҡырға инә, уны 1967 йылда лейтенант дәрәжәһендә ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Артабан Чита, Монголияның Улан-Батор ҡалаларында хеҙмәт итә, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. 1972 йылда Монголия-Советтар Союзы дуҫлығын нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Монголияның Бөйөк Халыҡ Хуралы Президиумы рәйесе Жамсарангий Самбутарафынан Найрамдал миҙалы менән бүләкләнә. Унан һуң Иҙел буйы хәрби округына ҡайта, Пенза өлкәһендә хеҙмәт итә. Куйбышевта педагогия институтының тарих факультетын тамамлай. Арытаба Һарытау, Чита ҡалаларына ебә-
релә. Хеҙмәтен Волгоград өлкәһенең Урюпинск ҡалаһында 41 йәшендә полковник дәрәжәһендә тамамлай. СССР Ҡораллы Көстәре сафында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Лирон Хәмитов I, II һәм III дәрәжә «Хеҙмәттә айырылып торған өсөн», «Хәрби батырлыҡ өсөн» һәм күп кенә хәрби, юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. Хәрби хеҙмәттән һуң тыуған еренә ҡайта һәм күп йылдар Дүртөйлө ҡалаһының халыҡ мәғарифы системаһында төрлө вазифаларҙа эшләй. Халыҡ һәм йәштәр араһында ҙур, әүҙем йәмәғәт һәм хәрби-патриотик эш алып бара. 20 йылдан ашыу Дүртөйлө районы һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары ойошмаһы рәйесе урынбаҫары була. Лирон Хәким улы йыш ҡына мәктәптәрҙә була, ата-әсәләр һәм уҡыусылар алдында сығыш яһай, ҙур эҙләнеү эштәре алып бара, Бөйөк Ватан һуғышы яландарында һәләк булған яҡташтарының яҙмышын асыҡлауҙы үҙенең бурысы тип һанай. Уның ҡулы аша меңәрләгән һары төҫтәге документтар үтә, улар араһында фронтта хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәләк булыуы тураһында күп хәбәрҙәр бар. Лирон Хәким улы яҡташтары,
атаһы тураһында “Монгол Кангыш” һәм “Яҡты йондоҙ кеүек” тигән китаптар сығара. Иҫке Ҡәңгеш ауылынан ике йөҙҙән
ашыу кеше фронтҡа китә, тыуған еренә ҡайтыу бәхете һикһән бер кешегә генә йылмая. Һуғыш йылдарында барыһы ла аслыҡтан интегә, Еңеү сәғәтен яҡынайтыр өсөн ял белмәй эшләй. Улар фашистар оккупациялаған ҡалаларҙан һәм ауылдарҙан эвакуацияланған ватандаштары менән торлаҡ, бер телем икмәкте бүлешеп йәшәй. Иҫке Кәңгеш ауылында һуғыш тамамланғандан һуң тағы ун йыл дауамында балалар йорто эшләүен дауам итә. Ундағы хеҙмәткәрҙәр етемдәргә йөрәк йылыһы һәм әсә һөйөүен бүләк итә, уларҙы үҙ балалары кеүек тәрбиәләй. Ватан хәүеф аҫтында булғанда, уның ҡалҡаны һәм яугиры бул! Һәр ваҡыт башҡаларҙың шатлығын һәм ҡайғыһын уртаҡлаша бел! Мөмкин булғанса мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙ, шул саҡта ҡылған ғәмәлдәрең яҡшылыҡ менән ҡайтыр, үҙең быуындар хәтерендә ҡалырһың!
Былар Хәким менән Лирон Хәмитовтарҙың йәшәү кредоһы булды. Бөгөн, илебеҙҙең көнбайышында махсус хәрби операция дауам иткәндә, был юлдар ни тиклем актуаль һәм мөһим. “Юлдаш” гәзитенән алынды, ҡыҫҡартып бирелде.

Ысын Ватан һаҡсылары
Ысын Ватан һаҡсылары
Автор: Рәмил ВАһАпоВ, Дүртөйлө районының һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдары ветерандары ойошмаһы рәйесе.
Читайте нас