Улар араһында хөрмәтле яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы һәм мәғариф ветераны Мөсәйрә Ноғман ҡыҙы Фәтихова ла бар. Ул “Илем саҡырғас” китабы өсөн “Әҙәбиәт” номинацияһында махсус призға лайыҡ булды. Шуныһын да әйтеү кәрәкте,быйыл февраль айында уға “Өфө ҡалаһының шәрәфле гражданы” исеме бирелде. 105 йәшлек күркәм юбилейы уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың “Бәйләнештә” селтәрендә лә видеояҙма донъя күрҙе. Мөсәйрә Ноғман ҡыҙы 1920 йылдың 10 ғинуарында Яңы Кәңгеш ауылында тыуған. Урта белем алғас, Бөрө педагогия техникумын тамамлаған ҡыҙ хеҙмәт эшсәнлеген Әсәндә башлай. Күп тә үтмәй, Дүртөйлө районы мәғариф бүлегенә инспектор итеп эшкә алына. 1942 йылдың майында үҙ теләге менән Дүртөйлөнөң 50-нән ашыу ҡыҙҙары сафында Ҡыҙыл Армия сафтарына юллана, беренсе комсомол эшелоны менән Сталинград ҡалаһына оҙатыла. Ике аҙна дауамында хәрби уҡыуҙар үткәс зенитсы, телефонист, төҙәүсе һөнәрҙәрен үҙләштерә, 1079сы зенит-артиллерия полкына тәғәйенләнә. Белемле, һәләтле ҡыҙ артиллерия бригадаһының комсоргы, “Дошманды ҡыйрат” полк гәзитендә хәрби хәбәрсе та була. Яу ҡырҙарында бик күп батырлыҡтар күрһәтә. Еңеү көнөн Германия менән Польша сигендә ҡаршылай. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985), “Сталинградты обороналаған өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “1941-1945 йылдардағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, Бөйөк Ватан һуғышының, СССР Ҡораллы Көстәренең юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.Һуғыштан һуңтыуған яҡтарына ҡайта. Фронтовик офицер Нәзиф Фатих улы менән тормошон бәйләй. Икеһе лә Бөрө педагогия институтын тамамлап, Түбәнге Мансар ауылы мәктәбендә: береһе – урыҫ теле һәм әҙәбиәте, икенсеһе – тарих уҡытыусыһы булып, дүрт тиҫтә йылғүмерҙәрен йәш быуынға белем биреүгә арнайҙар. Татыу ғаиләлә бер-бер артлы Рәзиф, Рәмил, Рәфиә исемле балалары тыуа. Улар барыһы ла нефтсе һөнәрен һайлаған. Биш ейән-ейәнсәре, алты бүләһе, бүләсәрҙәре бар. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Мөсәйрә ханым ижад менән шөғөлләнә башлай, яу ҡырында күргәнбелгәндәрен шиғыр юлдары
аша киләсәк быуынға еткерә. Күптән түгел хәрби-патриотик тематикалы әҫәрҙәрҙең республика конкурсында махсус бүләккә эйә булған һуғыш ветеранының бер ижад емешен һеҙҙең иғтибарығыҙға ла тәҡдим итәбеҙ!
ИЛем САҠЫРҒАс
Илем саҡырҙы
Уны һаҡларға.
Баҫтыҡ беҙ теләп
Алғы сафтарға.
Киттек һуғышҡа,
Кейеп шинелде,
Һаҡлап ҡалыр өсөн
Яу баҫҡан илде.
Илем өсөн беҙ
Ут-һыуға индек.
Иңебеҙгә төшкән
Бурысты белдек.
Булманы еңел
Йәшлек йылдары.
Алыҫтарға алып китте
Һуғыш юлдары.
Ошо юлдан алға барҙыҡ,
Еңеү яуланыҡ.
Шунда йәшлек сәскә атты –
Көйөп янманыҡ