Һәр йылдың 15 феврале Рәсәйҙә хәрби бурысын илебеҙ сиктәренән тыш үтәгән ватандаштарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә. был дата 1989 йылда совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингентын Афғанстандан сығарыу тамамланған көнгә тура килә. Был көндә афғансы яугирҙәрҙе генә түгел, Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланғандан һуң СССР һәм Рәсәй сиктәренән тыш ҡабынған өс тиҫтәнән артык хәрби конфликттарҙа – Сирияла, Чечен Республикаһында, башҡа "ҡайнар нөктә"ләрҙә ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙе һәм гражданлыҡ белгеслектәренә эйә булған ватандаштарыбыҙҙы (табибтарҙы, инженерҙарҙы, кәңәшселәрҙе) хөрмәтләйҙәр һәм шул һуғыштар ҙа ғүмерҙәре өҙөлгән яугирҙәрҙе иҫкә алалар. Был көн рәсми хәтер датаһы булараҡ 2010 йылдың 29 ноябрендә донъя күргән Федераль закон нигеҙендә билдәләнә. 15 февралдә Совет хәрбиҙәренең сикләнгән контингентын Афғанстандан сығарыуға 37 йыл тулды. Ошо йылдар дауамында районыбыҙҙа яҡташ интернационалсы яугирҙәрҙе берләштергән йәмғиәт уңышлы эшсәнлек алып бара. Уға утыҙ йылдан ашыу яугир афғансы Йәүит Хәниф улы Хәбибуллин етәкселек итте, хәҙер бер нисә йыл инде был вазифаны тауҙар илендә хәрби сынығыу үткән Рәмил Рәшит улы Йосопов башҡара. Илебеҙҙә билдәләнгән был көн алдынан район мәктәптәрендә афғансы яугирҙар менән фәһемле осрашыуҙар үтә. Бындай саралар быйыл да ойошторолдо. Гимназияла уҡыусылар менән үткән осрашыуға район яугирҙары йәмғиәте еткәсеһе Рәмил Рәшит улы Йосопов саҡырылды. Уның барышында мәктәп директорының тәрбиә эшсәнлеге буйынса кәңәшселәре уҡыусылар менән геройҙар ниндәй һыҙаттарға эйә булырға тейешлеге хаҡында әңгәмә ҡорҙолар. Яугир афғансы менән йәнле әңгәмәлә һүҙ Ватанға хеҙмәт итеү һәм патриотлыҡ тойғолары тураһын да барҙы. Әйткәндәй, ошомәк тәптә белем алған, Афған ерендә хәрби бурыс үтәгәндә һәләҡ булған Рифҡәт Гәрәевтың исеме район һәм был уҡыу йорто тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған, бер нисә быуын гимназия уҡыусылары өсөн ҡаһарманлыҡ үрнәге булып тора. "Бындай осрашыуҙар үҫеп килеүсе быуын вәкилдәренә биргән антҡа һәм Туған илгә тоғролоҡ – матур һүҙҙәр генә түгел, ә ысын тормош юлы булыуын аңларға ярҙам итә. Дәүләтебеҙ бойондороҡһоҙлоғо өсөн алып барылған махсус хәрби операция осоронда был айырыуса мөһим. Ватаныбыҙ һаҡсылары һәм илебеҙ сиктәренән тыш хәрби бурыс үтәгән яҡташтарыбыҙ тураһындағы хәтер йөрәктәребеҙҙә олы ихтирам һәм рәхмәт хистәре менән һаҡлана", – ти был сараны ойош тороусы педагогтар. Интернационалсы яугирҙар менән бындай осрашыу Иҫке Ҡалмаш урта мәктәбендә лә үтте. Ул Ватан айлығы һәм "Геройҙар менән диалогтар" Дөйөм Рәсәй проекты сиктәрендә ойошторолдо. Унда Саҡмағош районы афғансы ветерандары ойошмаһы рәйесе Рәмил Рәшит улы Йосопов, яугирҙар Сабит Заһит улы Әсмәндияров, Рәшит Бакир улы Дияров саҡырылды. Мәктәп уҡыу сылары яугир-ветерандарҙың тауҙар илендә барған утлы алыштарҙа 18-20 йәшлек хеҙмәттәштәре хәрби бурысҡа һәм анттарына тоғро ҡалып, ысын батырлыҡ үрнәктәре күрһәтеүҙәре тураһындағы хәтирәләрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар. Үсмерҙәрҙе барыһы ла ҡыҙыҡһындырҙы: улар был илдә йәшәүсе халыҡтың совет һалдаттарына ниндәй мөнәсәбәттә булыуы, алыштар барышында хәрбиҙәрҙең ниндәй тойғолар кисереүҙәре, туған йорттарынан килгән хаттарҙың нисек ярҙам итеүе, хәрбиҙәрҙең алыштар араһындағы ял ваҡыттарын нисек үткәреүҙәре тураһында күп һорауҙар еткерҙеләр. Рәсми осрашыу булараҡ башланған был сара тиҙ арала ышаныслы һәм дуҫ танә әңгәмәгә әйләнде. Сара барышында шулай ук ил сиктәренән тыш барған локаль конфликттарҙа ғүмерҙәре өҙөлгән ватандаштарҙың яҡты хәтере бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды. Шулай уҡ ошо мәктәпте тамамлап, Әфған илендә хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған ауылдаштары Ирек Шакировтыла оло хөрмәт менән иҫкә алдылар. Әйткәндәй, мәктәптә уның яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереп, спорт ярыштарыла даими үткәрелә. Осрашыу ахырында мәктәп директоры Самат Ғилуанов интернационалсы яугирҙарға үҫеп килеүсе быуын вәкилдәренә патриотик тәрбиә биреүҙәге ярҙамдары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, уларға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, тыныс тормош теләне. Әйткәндәй, совет хәрбиҙәрен Афғанстандан сығарыуға 37 йыл тулыу билдәләнгән 15 февраль көнө алдынан Иҫке Ҡалмаш урта мәктәбендә ойошторолоп, уңышлы эшсәнлек алып барған "Эҙләнеү" ("Поиск") тарихи музейының "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһендә быйыл да күркәм традицияны дауам итеп, "Яҡташтарыбыҙ яҙмышында Афған һуғышы" тигән рубрика асылған. Унда илебеҙ сиктәренән тыш барған был һуғышта ҡатнашҡан яугир ауылдаштарының иҫтәлектәрен урынлаштыралар. Был мәғлүмәттәр "Яҙмышымда – Афған һуғышы" китабынан алына. Уның автор-төҙөүсеһе – мәктәп китапханасыһы Зөлфиә Сәбғийәнова. Ул озаҡ йылдар Иҫке Ҡалмаш ауылы китап ханаһындала уңышлы хеҙмәт һалды, яҡташтарының ихтирам хөрмәтен яулап, һәр ҡайһы менән уртаҡ тел табып эшләне. Китаптың мөхәррире – ауылдаштары, филолог, шағирә, мөғаллимә Резеда Шакирова.