Бөтә яңылыҡтар
образование
3 Март , 14:55

Яңы исемдәр асылды

Районда «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсының муниципаль этабы үтте. Унда мәғариф учреждениеларынан туғыҙ педагог ҡатнашты.

Яңы исемдәр асылды
Яңы исемдәр асылды

Нәҡ бына әлеге конкурс уҡы тыусылар араһында мәртәбәле булып һанала,сөнки унда үҙ эшенең ысын оҫталары көс һынаша. Быйыл да бәйге яңы исемдәр асты. Бөгөн мәктәптәрҙә төрлө фәндәрҙе уҡытыуҙың яңы ысулдары актив үҙләштерелә, сифатлығына түгел, замансала белемдәр бирелә. Был ҡатмарлы эштә уҡытыусыларға семинар, съезд, конференция кеүек тәжрибәләрен уртаҡлашырға, эштәренең һөҙөмтәләрен күрһәтергә мөмкинлек биреүсе саралар һәм конкурстар ярҙам итә. Улар араһында иң мөһиме булып «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһе һанала, сөнки бында үҙ эшен яратып башҡарыусы талантлы, иң яҡшы педагогтар асыҡлана. Барлыҡ турҙарҙа Советтар Союзы Геройы Валентин Паширов исемендәге 1-се урта мәктәптә һәм гимназияла үтте. Әлеге уҡыу йорттарының педагогик коллективтары ҡунаҡтарҙы йылы ҡабул итте. –Йыл һайын бәйге һәләтле педагогтарҙы асыҡлай һәм унда ҡатнашыусыларҙың һөнәри үҫешенә ярҙам итә. Алдынғы тәжрибәне, уҡытыу һәм тәрбиәләүҙең һөҙөмтәле ысулдарын таратыу – конкурстың иң төп маҡсаты, – тине мәғариф бүлеге начальнигы Гөлнара Ғирфанова. Аҙна буйына талантлы, үҙ эшенә тоғро Иҫке Ҡамышлы урта мәктәбенең биология, химия уҡытыусыһы Эльза Бабаева, Илек урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы Илүзә Зыялова, Баҡай урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Зарема Исмәғилева, Ҡарасайылға урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Римма Нәбиева, Шәрип урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Лүзә Усманова, Баҡай урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Гүзәлиә Хәбибрахманова, Әхмәт урта мәктәбенең биология, информатика уҡытыусыһы Юлиә Хәбибуллина, 1-се урта мәктәптең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Фәниә Шәйбәкова һәм гимназияның тарих уҡытыусыһы Альбина Шәйхелисламова асыҡ дәрестәр, ижади презентациялар күрһәттеләр, “түңәрәк өҫтәл дәр”ҙә ҡатнаштылар. Улар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҙур ғаиләгә әйләнделәр. Бына йомғаҡлау миҙгелелә етте. Мәҙәниәт-спорт комплексында бәйгеселәрҙе хөрмәтләү тантанаһы үтте. Барлыҡ конкурсанттар ҙа һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип иғлан ителде. Иҫке Ҡамышлы урта мәктәбенең биология, химия уҡытыусыһы Эльза Бабаева «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының муниципаль этабының төп еңеүсеһе тип табыл ды. Ул районданын республика этабында яҡлаясаҡ. Әлеге бәйге – һөнәри оҫталыҡ, алдынғы тәжрибә мәктәбе, педагогик яңылыҡтар менән уртаҡлашыу үҙәге. Унда ҡатнашыу сыларҙы уңыштары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктәлә белем һәм хеҙмәт, сәнғәт һәм ижад тоғро юлдаштарығыҙ бул һын!

Автор: Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас