Бөтә яңылыҡтар
образование
28 Ғинуар , 10:59

Милли ризыҡтарҙы яратабыҙ!

Билдәле булуынса, ағымдағы йыл илебеҙҙә Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Районыбыҙҙа тематик йыл сиктәрендә төрлө милләттәрҙең рухи ҡиммәттәренə, мәҙәниәтенə, тормош-көнкүрешенə, ғөрөф-ғәҙәттәренə арналған күп һанлы саралар үтә.

Милли ризыҡтарҙы яратабыҙ!
Милли ризыҡтарҙы яратабыҙ!



Саҡмағош беренсе урта мәктәбенең 7 "а" класы уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзилә Рауил ҡыҙы Исламғәлиева етәкселегендә Милли ризыҡтар иленә сәйәхәткә сыҡты. Уҡыусылар аш-һыу төрҙәре менән танышты, туғандаш милләттәрҙең ризыҡтары менән уларҙың оҡшашлығын асыҡланы.
Аҙаҡ ҡыҙҙар "Әсәйем менән бешерәм" бүлегендә үҙҙәре һайлаған милли ризыҡтың бешереү юлдары менән таныштырҙы. Сара файзалы ла, мауыҡтырғыс та үтте.

Милли ризыҡтарҙы яратабыҙ!
Милли ризыҡтарҙы яратабыҙ!
Милли ризыҡтарҙы яратабыҙ!
Автор: Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас